Йәйғор
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
14 Декабрь 2022, 08:36

Туған тел – күңел көҙгөһө

Түбәнге Ләмәҙ ауылы мәктәбендә башҡорт теле көнөнә арналған ижади майҙансыҡ эшләне. Сарала башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары тәрбиәселәре, уҡыусылар ҡатнашты.

Туған тел – күңел көҙгөһө
Туған тел – күңел көҙгөһө

Мәктәп фойеһында Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылына арналған күргәҙмә ойошторолдо. Уҡыусылар һәм уҡытыусылар ижади эштәрен, шулай уҡ башҡорт милли аш-һыуын тәҡдим итте.

Сарала ҡатнашыусыларҙы мәғариф бүлегенең методика кабинеты мөдире Рифат Хәсәнов, Ләмәҙ ауыл биләмәһе башлығы Раил Мирхәйҙәров, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рәүеф Кәлимуллин сәләмләне.

«Башҡорт яугирҙарының 1812 йылғы Ватан һуғышында батырлығы» темаһына асыҡ дәрес үтте. Ул Я. Хамматовтың «Төньяҡ амурҙары» әҫәре буйынса йомғаҡлау дәресе ине. Дәресте юғары категориялы уҡытыусы Светлана Ишембаева үткәрҙе. Ҡуйылған маҡсаттарға ирешеү өсөн педагог төрлө алымдар, формалар, техник саралар файҙаланды.

Күрше класта «Туған тел – күңел көҙгөһө» тасуири уҡыусылар конкурсы үтте. Уҡыусылар танылған әҙиптәрҙең шиғырҙарын яттан һөйләне. Беренсе урынды Кәлтә мәктәбенән Георгий Федоров алды.

Еңеүселәргә дипломдар һәм «Планета» китап магазинынан бүләк сертификаттары тапшырылды.

Сара сиктәрендә дүрт ижади майҙансыҡ эшләне: «Милли бейеүҙәр» (модераторы Г. Заманова), «Башҡорт музыҡа ҡоралдары» (Э. Якупов),  

«Мәктәп театры» (Г. Ибәтова), «Милли кейем – рух һаҡлай» (Л. Ғәлимйәнова).

«Аманат» мәктәп фольклор ансамбле «Кейеҙ баҫыу» йолаһын сәхнәләштереп күрһәтте.

Башҡорт ҡоролтайы ҡарарҙарын тормошҡа ашырыуҙа, башҡорт халҡының мәҙәниәтен, тарихын, телен тергеҙеүҙә һәм үҫтереүҙә әүҙем эшләгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларын, шулай уҡ ижади майҙансыҡтар модераторҙарын рәхмәт хаты менән бүләкләнеләр.

– Бындай саралар туған телде, халыҡтың мәҙәни мираҫын, рухи ҡиммәттәрен һаҡлауҙа ҙур роль уйнай, – тине Рәүеф Мирсәйет улы, бүләктәрҙе тапшырып. – Беҙ туған телебеҙҙе үткәнебеҙ һәм киләсәгебеҙ менән бәйләүсе мөһим звено булараҡ һаҡларға тейешбеҙ.

Сара «Беҙҙең ил» йырын башҡарыу менән тамамланды.

Туған тел – күңел көҙгөһө
Туған тел – күңел көҙгөһө
Автор:Сирина Фәррәхова, Иглин районы.
Читайте нас: