Йәйғор
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
18 Июнь 2021, 10:05

Рәсәйҙә яңы тыуған сабыйҙарҙың скрининг программаһы киңәйтеләсәк

Бынан тыш, йөклө ҡатындарҙа нәҫел һәм тыумыштан килгән сирҙәрҙе асыҡлау маҡсатында генетик тест үткәреү күҙаллана.

Быйыл арҡа-мускул атрофияһына юлыҡҡан балаларҙы дауалау, уларҙың яҙмышы тураһында күп яҙҙыҡ, шатлыҡтарын да, көйөнөстәрен дә уртаҡлаштыҡ. Ниһайәт, был тәңгәлдә етди үҙгәрештәр буласағы күҙаллана.
2022 йылға Рәсәйҙә яңы тыуған сабыйҙарҙың скрининг программаһы киңәйтеләсәк, 36 нәҫел һәм тыумыштан килгән сирҙәргә тикшереү үткәреләсәк. Был хаҡта Рәсәй Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Әлеге ваҡытта федераль программаға ни бары биш кенә сир индерелгән: фенилкетонурия, тыумыштан килгән гипотиреоз, адреногениталь синдром, галактоземия һәм муковисцидоз. Яңы диагноздар араһындағы арҡа-мускул атрофияһы – генетик сир, ул SMNI гены мутацияһы менән бәйләнгән, арҡа мейеһенең хәрәкәт нейрондарына ҙур зарар килтереп, мускулдарҙың йомшарыуына, һулыуына килтерә.
Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренән күренеүенсә, республикала ошо хәүефле диагноз раҫланған бәлиғ булмаған йәштәге 42 пациент иҫәпләнә. Бөтә балалар ҙа ҡиммәтле дауаны ала. Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Михаил Мишустин Һаулыҡ һаҡлау министрлығына был мәсьәләне төплө өйрәнергә һәм 1 сентябргә тиклем тәҡдимдәр индерергә ҡушты. Бынан тыш, йөклө ҡатындарҙа нәҫел һәм тыумыштан килгән сирҙәрҙе асыҡлау маҡсатында генетик тест үткәреү күҙаллана.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, 2024 йылға ил үҫешенең төп маҡсаттарын тәьмин итергә кәрәк. Уларҙың араһында халыҡ һанын арттырыу, граждандарҙың тормош кимәлен күтәреү. Шуларҙың араһында иң мөһиме – сабыйҙар үлемен бер мең яңы тыуған сабыйға 5,5 осраҡтан 2024 йылға 4,5 осраҡҡа тиклем кәметеү. ”Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаты – хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен, ҡан әйләнеше сирҙәренән, яман шештәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү, инновацион медицина технологияларын индереү, шул иҫәптән пациенттар сәләмәтлеген иртә диагностикалау һәм дистанциянан тороп мониторинг үткәреү алымдарын ҡулланыу.
Читайте нас: