Йәйғор
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
23 Июнь 2021, 09:32

Аҡсалата ярҙам аласаҡ.

Нефть скважиналарын күҙәтеүгә ҡоролған был проект өсөн 160 миллион һум аҡса бүленәсәк.

Рәсәй Федерацияһының Фән һәм юғары белем биреү министрлығы вуздар араһында үткәрелгән ғилми йүнәлештәге конкурсҡа йомғаҡ яһаны. Уға ярашлы, Башҡорт дәүләт университеты ғалимдары Рәсәйҙә алдынғы һаналған “ТНГ-Групп” йәмғиәте нефть сервисы компанияһы менән берлектә геофизика өлкәһендә үҙенсәлекле уйлап табыуҙы тормошҡа ашырыуға федераль кимәлдә аҡсалата ярҙам аласаҡ.
Нефть скважиналарын күҙәтеүгә ҡоролған был проект өсөн 160 миллион һум аҡса бүленәсәк.
Проект нефть скважиналарының торошон, нисек эшләүен реаль ваҡытта күҙәтергә мөмкинлек бирәсәк. Һөҙөмтәлә һәр скважинаның эшмәкәрлегенә ҡағылышлы ҡарарҙы тиҙ арала ҡабул итеү, сеймал күләменә ыңғай йоғонто яһау мөмкин буласаҡ.
Проектты тормошҡа ашырыу геофизика кафедраһы мөдире Рим Вәлиуллин етәкселегендә алып барыласаҡ.
Федераль үҙәктең бындай ярҙамы республикала Евразия Фәнни белем биреү үҙәге (НОЦ) булдырыу һөҙөмтәһендә мөмкин булды. Конкурсҡа барлығы 169 проект тәҡдим ителгән һәм уларҙың бары тик 33 генә еңеү яулауға өлгәшкән.
Ошоноң ише конкурстар, федераль ярҙам саралары ил Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Фән” милли проекты ҡуйған бурыстарға тулыһынса яуап бирә, тип хәбәр итә "Башҡортостан" гәзите.
Читайте нас: