Йәйғор
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
24 Июнь 2021, 15:12

131 һөнәр күрһәтелгән

Атлас республика халҡына, тәү сиратта йәштәргә, һөнәрҙәр күплеген баһаларға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән.

Һөнәр һайлау системаһын камиллаштырыу өсөн “Башҡортостан Республикаһының киләсәк командаһы” порталы булдырылған. Бында республиканың Һөнәрҙәр атласы менән дә танышырға мөмкин.
“Демография” милли проектының “Мәшғүллеккә булышлыҡ” проектының яңы форматы эш биреүсе ихтыяжына айырым иғтибар бүлеүҙе күҙ уңында тота, тип белдерә БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Атлас республика халҡына, тәү сиратта йәштәргә, һөнәрҙәр күплеген баһаларға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән. Бында бөгөн һәм киләсәктә перспективалы буласаҡ өлкәләр һәм киләһе 10 – 15 йылға 131 һөнәр күрһәтелгән.
Фото – БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Читайте нас: