Йәйғор
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
29 Июнь 2021, 09:42

2021 йылда Башҡортостанда 2 миллион 200 мең квадрат метр торлаҡ төҙөү ҡарала

Фекер алышыу торлаҡ төҙөлөшө өлкәһендә милли проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу мәсьәләһенә арналды.

«Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проекты буйынса 2021 йылда Башҡортостанда 2 миллион 200 мең квадрат метр торлаҡ төҙөү ҡарала. Был турала бөгөн Мәскәүҙә Рәсәй хөкүмәтенең координация үҙәгендә үткән семинар-кәңәшмәлә әйтелде.
Фекер алышыу торлаҡ төҙөлөшө өлкәһендә милли проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу мәсьәләһенә арналды. Ултырыш Рәсәй хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин рәйеселегендә үтте. Семинар-кәңәшмәлә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты.
Марат Хөснуллин киләһе йылдарға тармаҡ хеҙмәткәрҙәренә ҡуйылған бурыстарға туҡталды. Уңайлы ҡалалар, хәүефһеҙ һәм сифатлы юл селтәре, халыҡтың йәшәү кимәлен күтәреү өҫтөнлөклө йүнәлеш булараҡ билдәләнгән. Радий Хәбиров шәхси торлаҡ төҙөлөшө баҙарын анализлау төркөмөнөң модераторы булараҡ сығыш яһаны.
2021 йылдың ғинуар-апрель айҙарында Башҡортостан 940 мең квадрат метр торлаҡ төҙөлгән. Был күрһәткес былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда, яҡынса 32 процентҡа күберәк.
Читайте нас: