Йәйғор
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
16 Сентябрь 2021, 09:54

Заманса флюорограф - заман талабы

Благовещен үҙәк район дауаханаһына "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты сиктәрендә өр - яңы флюорограф һатып алынды һәм ремонтланған бүлмәгә ҡуйылды.

Заманса флюорограф - заман талабы
Заманса флюорограф - заман талабы

Благовещен үҙәк район дауаханаһына "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты сиктәрендә өр - яңы флюорограф һатып алынды һәм ремонтланған бүлмәгә ҡуйылды.
Тын алыу органдарының торошон, ҡурҡыныс сирҙәр - туберкулез менән яман шеш ауырыуҙарын асыҡлау өсөн ҡулланылған Флюоро - ПроГраф - РП аппараты 3 меңгә яҡын кешене тикшергән дә инде. Ябай һәм тиҙ ҡулланышлы заманса был аппаратта тикшереү үтеүсе нурланышты ла күпкә әҙерәк ала һәм сирҙәр ҙә башланғыс стадияларҙа асыклана. 35 йыл дауамында рентгенолог булып, шуның 21 йылын нур диагностикаһы бүлеге мөдире вазифаһын башҡарған Заһир Зарипов әйтеүенсә, бындай аппаратта флюрографик тикшереү үтеү ысын һөҙөмтә бирә. Тәжрибәле табип 15 йәшкә тиклемге балалар һәм ауырлы ҡатындарҙан тыш, барыһын да тын алыу юлдарын үҙ ваҡытында тикшереп торорға саҡырҙы.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: