Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
17 Октябрь 2021, 10:00

"Миловка паркы"нда - яңы балалар баҡсаһы

Матур, уңайлы, заманса итеп төҙөлгән мәктәпкәсә учреждениела балаларҙың төрлө яҡлап үҫешеүе өсөн күп көс һалынған.

"Миловка паркы"нда  - яңы балалар баҡсаһы
"Миловка паркы"нда - яңы балалар баҡсаһы

Өфө районы, баш ҡалаға ныҡ яҡын урынлашҡан район булараҡ, йылдан-йыл күберәк кешеләрҙе үҙенә ылыҡтыра, бында йәшәргә килергә теләүселәрҙең һаны йылдан-йыл арта бара. Район халҡы өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыуҙы, айырыуса кескәйҙәргә ҡағылған мәсьәләләрҙе хәл итеүҙәге яуаплылыҡты ла район етәкселеге үҙ өҫтөнә алған һәм уларҙы тулыһынса тормошҡа ашыра.

Республика көнө алдынан "Миловка паркы" микрорайоны халҡы күптән көтөлгән бүләк алды – 180 урынлыҡ балалар баҡсаһы файҙаланыуға тапшырылды. Матур, уңайлы, заманса итеп төҙөлгән мәктәпкәсә учреждениела балаларҙың төрлө яҡлап үҫешеүе өсөн күп көс һалынған.

Республикала һуңғы айҙарҙа төҙөлгән иң мөһим социаль объекттарҙың береһе булған "Совушка"  балалар баҡсаһы “Демография” милли проектҡа нигеҙләнеп, сафҡа индерелде. Бында ысын шәхестәрҙе тәрбиәләп үҫтереү, тәрбиәселәр, хеҙмәткәрҙәр өсөн барса шарттар ҙа булдырылған. Физкультура дәрестәренә бөтә  ҡоролмалары булған спорт, көй-моңға музыка залдары, һүрәт төшөрөү серҙәренә өйрәнеү өсөн студия ла бар. Балаларға саф һауала уйнау өсөн уйын һәм спорт майҙансыҡтары ла тулыһынса төҙөкләндерелгән.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: