Йәйғор
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
15 Март 2022, 11:22

Һөнәри кимәлен арттырғандар өсөн отошло

Өфө районының мәҙәниәт өлкәһе белгестәре Башҡортостандан ситтә уҡып белемен камиллаштырҙы.

Һөнәри кимәлен арттырғандар өсөн отошло
Һөнәри кимәлен арттырғандар өсөн отошло

Өфө районының мәҙәниәт өлкәһе белгестәре Башҡортостандан ситтә уҡып белемен камиллаштырҙы.

Николаевка ауыл мәҙәниәт йорто директоры Елена Васильева “Мәҙәниәт” милли проект сиктәрендә “Ижади кешеләр” федераль проектына таянып, мәҙәниәт өлкәһендә ирекмәндәр эшмәкәрлеге ойошмаһының үҙенсәлектәрен өйрәнде. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы, уҡыуҙар мәҙәниәт өлкәһендә ижади һәм идара итеүсе кадрҙарҙың белемен камиллаштырыу үҙәгендә ойошторолдо. Елена Рәшит ҡыҙы Пермь дәүләт мәҙәниәт институтында уҡыуы тураһында танытма алды.

  -Курстарҙы ойоштороусылар һәм уҡытыусылар беҙгә бирелгән белем тиҙ һәм еңел үҙләштерелһен өсөн бар тырышлығын эшкә екте. Үҙенсәлекле уҡыу программаһын артабан практик эштәр аша нығытыуға ла өлгәштек.  Нисә йәштә уҡыһаң да, белем алыуҙа сикләүҙәр юҡ тип иҫәпләйем. Артабан эшемдә ҡулланырҙай белем тупланым, күпме яңылыҡ белдем һәм башҡа төбәктәрҙә йәшәгән хеҙмәттәштәрем менән таныштым, - тип һөйләне Елена Васильева.

         Ошо уҡ проект сиктәрендә райондың Булгаков ауыл мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Нәркәс Ҡотопова мәҙәни-күләм режиссура нигеҙҙәре буйынса ойошторолған программаны Кемеров дәүләт мәҙәниәт министрлығының уҡыу үҙәгендә тамамлауға өлгәшкән.

 Мәҙәниәт хеҙмәткәре – иң ҡатмарлы, иң ауыр һөнәрҙәрҙең береһе. Халыҡтың, айырыуса йәш быуын вәкилдәренең киң эрудициялы, юғары интеллектлы, талант эйәһе булыуы бик мөһим. Заман менән бергә атлаусы һәр мәҙәниәт өлкәһе вәкиле үҙ өҫтөндә тынғыһыҙ эшләргә, белемен методик яҡтан байытырға, уны камиллаштырырға, һөнәри кимәлен үҫтерергә бурыслы. Был йәһәттән Өфө районы хеҙмәткәрҙәре оло тырышлыҡ күрһәтә.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: