Йәйғор
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
29 Апрель 2022, 16:24

“Хәтер баҡсаһы”нда быуындар осрашты

Яуҙа үлеп ҡалған совет һалдаттары иҫтәлегенә бағышланған “Хәтер баҡсаһы” халыҡ-ара илһөйәрлек акцияһы бөтә Рәсәй буйлап дауам итә.

“Хәтер баҡсаһы”нда быуындар осрашты
“Хәтер баҡсаһы”нда быуындар осрашты

Яуҙа үлеп ҡалған совет һалдаттары иҫтәлегенә бағышланған “Хәтер баҡсаһы” халыҡ-ара илһөйәрлек акцияһы бөтә Рәсәй буйлап дауам итә.

“Экология” милли проекты сиктәрендә ойошторолған был акцияға М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының иң әүҙем студенттары ла дәррәү ҡушылды. Улар Шишмә районы Сәлих ауылының хеҙмәт ветерандары, университет һәм район етәкселеге менән берлектә ошо уҡ ауылда урынлашҡан социаль – мәғариф үҙәге биләмәһендә 27 йүкә ағасы үҫентеләрен ултыртты.

-Бөгөн беҙ күмәкләшеп изге ғәмәл башҡарҙыҡ. Үҫеп килгән йәш быуын менән берлектә йүкә ағастарының буласаҡ аллеяһына нигеҙ һалдыҡ. Беҙҙең тыныс тормошобоҙ өсөн үҙен аямай, яу яландарында башын һалған ҡамарман яҡташтарыбыҙ мәңге беҙҙең күңелдәрҙә йәшәй һәм йәшәйәсәк, - тип һөйләне Шишмә районының Алкин ауыл Советы депутаты, хеҙмәт ветераны Әнисә Әсҡәт ҡыҙы Йосопова.   

 Яҡынлашып килгән Бөйөк Еңеү көнө уңайынан Сәлих социаль -мәғариф үҙәгендә тантаналы митинг, яуҙа һәләк булғандарҙы иҫкә алыу, обелискка сәскәләр һалыу, хеҙмәт ветерандарын тәбрикләү булды. Тәмле сәй өҫтәле артындағы йәнле әңгәмә, йылы һүҙҙәр, матур теләктәр оло йәштәгеләрҙең кәйефен күтәрҙе. Улар ҙа үҙ сиратында үҙҙәренә рәхмәтле быуындың иғтибарын һәм хөрмәтен ыңғай баһаланы.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: