Йәйғор
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
12 Май 2022, 09:17

Хеҙмәтенә күрә – хөрмәте

Иглин районы мәҙәниәт йортоноң ҡуйыусы режиссеры Гөлшат Ибәтова «Мәҙәниәт» милли проектының «Ижад кешеләре» төбәк проекты сиктәрендә үткәрелгән һайлап алыу конкурсында еңеү яуланы. Проекттың оойоштороусыһы – Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министрлығы.

Хеҙмәтенә күрә – хөрмәте
Хеҙмәтенә күрә – хөрмәте

Конкурстың маҡсаты – иң яҡшы мәҙәниәт учреждениелары һәм уларҙың хеҙмәткәрҙәренә дәүләт ярҙамы күрһәтеү. Бәйгелә ҡатнашырға бөтәһе 254 заявка бирелде.

Гөлшат Ибәтова мәҙәниәт өлкәһендә 2008 йылдан алып эшләй. Сәнғәт академияһының һуңғы курсында уҡығанда уҡ ул ижади эшкә тотона.

Белгес төрлө кимәлдәге саралар, конкурстар ойоштора, шулай уҡ төрлө жанрҙарҙа спектаклдәр ҡуя. Ул үҙе лә ижади бәйгеләрҙә әүҙем ҡатнаша. Мәҫәлән, «Кәләштәр парады»нда ун биш ҡатнашыусы араһында икенсе урын яуланы.

Гөлшат Рәмил ҡыҙы оҫта ойоштороусы ғын түгел, ә  талантлы артист та, башлыса, тамашаларҙа төп ролдәрҙе башҡара. Ул Меңйетәр ауылы мәҙәниәт йортонда эшләп килгән «Балкыш» башҡорт халыҡ театрын етәкләй. Коллектив башҡорт мәҙәниәтен үҫтереүҙә, халыҡ йолаларын,  ғөрөф-ғәҙәттәрен, телен һаҡлауҙа ҙур роль уйнай. Быйыл «Балкыш» халыҡ театры иҫмен сираттағы тапҡыр раҫланы.

Район мәҙәниәт йортоноң «Максимум» өлгөлө театр коллективы (етәксеһе Г. Ибәтова) күп сараларҙың биҙәге булып тора. Гөлшат Рәмил ҡыҙының тәрбиәләнеүселәре район, республика, бөтә Рәсәй, халыҡ-ара ижади конкурстарҙа уңышлы сығыш яһай. Уның етәкселегендәге театр коллективтары тамашасыларҙы яңы спектаклдәр менән ҡыуандырып тора.

Мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендәге намыҫлы хеҙмәте өсөн Гөлшат Ибәтова күп һанлы рәхмәт хаттары, маҡтау ҡағыҙҙары менән менән бүләкләнде.

– «Мәҙәниәт» милли проектының мәҙәниәт учреждениеларын төҙөү һәм яңыртыу менән бергә тармаҡ белгестәрен дәртләндереү мөмкинлеге биреү бик ҡыуаныслы, – ти Гөлшат Рәмил ҡыҙы. – Был эш өсөн бик яҡшы стимул.

Автор:Сирина Фәррәхова, Иглин районы.
Читайте нас: