Йәйғор
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
8 Июнь 2022, 10:13

Модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты ишектәрен асты

Быға тиклем иҫке фельдшер – акушерлыҡ пункты бинаһында эшләп, Юғары Тирмә менән Ыҫлаҡтағы 297 кешене хеҙмәтләндергән тәжрибәле, юғары квалификациялы фельдшер Эльза Фәнүз ҡыҙы Ғәлимова үҙенең сығышында ошондай заманса объект төҙөүгә ҙур ярҙам иткән һәм хәстәрлек күрһәткән республика, район етәкселегенә ҙур рәхмәт белдерҙе.

Модулле  фельдшер-акушерлыҡ пункты ишектәрен асты
Модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты ишектәрен асты

Шишмә районының Юғары Тирмә ауылы халҡы ҙур ҡыуаныс кисерҙе – бында “Һаулыҡ һаҡлау” маҡсатлы милли проект сиктәрендә модулле фельдшер-акушерлыҡ пунктын асыу тантанаһы булды.

 - “Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ярҙамы һәм хәстәрлеге менән республиканың һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә ҙур иғтибар бүленеүен дә һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм Юғары Тирмәлә асылған яңы ФАП тап шуның асыҡ миҫалы, - тип билдәләне ауыл кешеләренең шатлығын уртаҡлашырға килгән район етәкселәре.  

 Быға тиклем иҫке фельдшер – акушерлыҡ пункты бинаһында эшләп, Юғары Тирмә менән Ыҫлаҡтағы 297 кешене хеҙмәтләндергән тәжрибәле, юғары квалификациялы фельдшер Эльза Фәнүз ҡыҙы Ғәлимова үҙенең сығышында ошондай заманса объект төҙөүгә ҙур ярҙам иткән һәм хәстәрлек күрһәткән республика, район етәкселегенә ҙур рәхмәт белдерҙе. Әйтергә кәрәк, модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты заманса ҡоролмалар менән йыһазландырылған, унда пациентты ҡабул итеү, процедура, балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар өсөн тәғәйенләнгән бүлмәләр эшләй, дарыу препараттарын һаҡлау өсөн һыуытҡыс та бар.

Районда дүртенсе булып файҙаланыуға тапшырылған заманса модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә үҙенең тос өлөшөн индерер.

Модулле  фельдшер-акушерлыҡ пункты ишектәрен асты
Модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты ишектәрен асты
Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: