Йәйғор
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
9 Июнь 2022, 14:10

Китапханаға яңы ҡорамалдар

Нуриман районының Бикмырҙа ауыл китапханаһы район китапханалары араһында алдынғы булыуы менән билдәле.  Әле яңыраҡ ауылдың китап һөйөүселәре шатлыҡлы яңылыҡ ишетеп ҡыуанды.

 “Мәҙәниәт” милли проект сиктәрендә был китапхана “Иң яҡшы ауыл мәҙәниәт учреждениеһына дәүләт ярҙамы” конкурсының еңеүсеһе тип танылды. Китапханаға бирелгән 119048 һум аҡсаға уның матди – техник базаһы нығытылған һәм ул киләсәктәге артабанғы сараларҙы юғары кимәлдә үткәрергә булышлыҡ итәсәк. Һатып алынған ҡорамалдарҙы “Библиотөн -2022” сараһын ойоштороусылар тәү башлап ҡулланып ҡараған һәм уларҙың сифатынан ҡәнәғәт ҡалған.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: