Йәйғор
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
9 Июнь 2022, 14:13

Һөнәри кимәлен арттырҙылар

Нуриман районының мәҙәниәт тармағы белгестәре Башҡортостандан ситтә уҡып белемен камиллаштыра. “Мәҙәниәт” милли проект өс федераль проекттан тора: “Мәҙәни мөхит”, “Ижади кешеләр” һәм “Цифрлы мәҙәниәт”

Һөнәри кимәлен арттырҙылар
Һөнәри кимәлен арттырҙылар

Нуриман районының мәҙәниәт тармағы белгестәре Башҡортостандан ситтә уҡып белемен камиллаштыра. “Мәҙәниәт” милли проект өс федераль проекттан тора: “Мәҙәни мөхит”, “Ижади кешеләр” һәм “Цифрлы мәҙәниәт” халыҡтың ижади башланғыстарын, үҙешмәкәр коллективтарҙың эшен  хуплауға, белгестәрҙең белемен камиллаштырыуға йүнәлтелгән.

Байгилде ауыл мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе Рәйхана Суфиянова менән Павловка күп функциялы клубының художество етәксеһе Ирина Исмәғилева “Мәҙәниәт” милли проект сиктәрендә “Ижади кешеләр” федераль проектына таянып Краснодар дәүләт мәҙәниәт институтында белемен камиллаштырыуға өлгәште. “Мәҙәниәт һәм мәғариф системаһында халыҡ йыр сәнғәтенең заман этабы”, “Күләмле һәм шоу – программалы  байрамдар булдырыу технологиялары” өҫтәмә профессиональ белемде улар дистанцион форматта үтеүгә өлгәште. 

Читайте нас: