“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы Нуриман үҙәк район дауаханаһына яңы заманса һанлы “Маммо-4 МТ” маммографы һәм флюорограф ҡорамалы һатып алынды. Дауахананы шундай ҡорамалдар менән тулыландырыу бөтә район халҡы өсөн әһәмиәтле ваҡиғаға әйләнде.
Дауаханалағы бындай заманса ҡорамал булыуы нуримандарға квалификациялы медицина ярҙамы күрһәтеү мөмкинлеген арттырҙы. Пациенттарҙың ғүмерҙәрен һаҡлап ҡалыу, ваҡытында ярҙам итеү өсөн бик мөһим. Хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың үлем күрһәткестәрен кәметеүгә, сабыйҙар үлемен ҡыҫҡартыуға һәм һәр кемдең тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлектәрен булдырыуға индергән өлөшө өсөн Нуриман үҙәк район дауаханаһы коллективы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировҡа, Һаулыҡ һаҡлау министрлығына ҙур рәхмәт белдерҙе.
Заманса маммограф ҡорамалында эшләр өсөн әлеге мәлдә белгестәр үҙенең белемен камиллаштырһа, ә капиталь ремонттан һуң ҡуйылған бүлмәләге яңы флюорографта халыҡ беренсе тикшеренеүҙәрҙе үтте.