Йәйғор
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
7 Октябрь 2022, 09:14

Таҙа булһын еребеҙ!

Башҡортостанда экология темаһына ҙур иғтибар бирелә. 2024 йылға тиклем алты рәсми теркәлмәгән сүплектәрҙе юҡ итеү ҙә ҡаралған. Был эштәрҙе атҡарып сығыр өсөн федераль бюджеттан аҡса ла бүленәсәк.

Таҙа булһын еребеҙ!
Таҙа булһын еребеҙ!

Сентябрь айында “Сүп-сар артынан һунарсылар” ирекмән проекты сиктәрендә Благовещен ҡалаһынан 15 ғаилә үҙ ҡулдары менән йыйған сүп-сарҙы төрләндереп, сорттарға бүлде һәм уны эшкәртергә әҙерләне. 

“Экология” проекты сиктәрендә был сараны ойошторған Анна Торопова әйтеүенсә, бер ай эсендә 60 кеше 400 кг сүп-сар йыйып, уны ойоштороусылар тарафынан бирелгән ҡаптарға йыуып тултырған. Марафонда ҡатнашҡандар йыйған ҡағыҙ, быяла, тимер-томор махсус ҡабул итеү пункттарына тапшырылған. Уларҙы тапшырыуҙан төшкән 2400 һум аҡса шәфҡәтлелек эштәренә бирелгән.

Башҡалар араһында иң күбе -140 кг сүп - сар йыйып, еңеп сыҡҡан Гәрәевтар ғаиләһе был һөҙөмтә менән тынысланып ҡалмай, артабан да был мөһим эште дауам итәсәген дә белдерҙе. 

Таҙа булһын еребеҙ!
Таҙа булһын еребеҙ!
Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: