Йәйғор
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
14 Октябрь 2022, 16:16

Сәләмәтлеген ҡайғыртҡандар – майҙансыҡҡа!

Өфө районының Миловка ауылында тантаналы шарттарҙа “Демография” милли проекты һәм “Спорт – тормош нормаһы” төбәк проекты сиктәрендә “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер!” Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексы майҙансығы асылды.

Сәләмәтлеген ҡайғыртҡандар – майҙансыҡҡа!
Сәләмәтлеген ҡайғыртҡандар – майҙансыҡҡа!

Был шатлыҡлы ваҡиғаны уртаҡлашырға йыйылған мәртәбәле ҡунаҡтар халыҡтың физик сәләмәтлеген яҡшыртыуға, милләт һаулығына туранан-тура йоғонто яһаған сараға үҙ теләктәре менән ҡушылыуы, нормативтарҙы үтәүселәрҙең йылдан-йыл арта барыуын да билдәләне.   

         Хәҙер теләге булған һәр кеше, оло йәштәме ул, кесеме саф һауала рәхәтләнеп спорт менән шөғөлләнә ала. ГТО-ның нормативтарын тулыһынса үтәп, алтын “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” значоктарына лайыҡ Артур Әхиәров, Дмитрий Бабкин, Никита Герасимов, Алһыу Ибракова, Арине Нурғәлиева, Алмаз Харисов майҙансыҡты асыу хоҡуғына эйә булды. 

-Барығыҙҙы ла физкультура менән шөғөлләнергә, ГТО нормаларын тапшырырға саҡырабыҙ, сөнки был шәхескә төрлө яҡлап үҫергә, илһөйәрлек тойғоһон тәрбиәләргә, сәләмәт тормош рәүеше алып барырға булышлыҡ итә, - тине дәррәү яңы майҙансыҡҡа юлланған Өфө районы спортсылары.   

Районда асылған ГТО нормаларын тапшырыу өсөн йыһазландырылған спорт майҙансығы киләсәктә ошонда йәшәгән кешеләргә спортҡа ылығыу һәм сәләмәтлекте нығытыу өсөн киңерәк мөмкинлектәр асыр. 

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: