Йәйғор
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
12 Декабрь 2022, 13:13

“Йәшлек” кинозалы асылды

Яңы йыл алдынан Шишмә халҡы оло шатлыҡ кисерҙе. Шишмә ҡасабаһында “Йәшлек” кинозалы асылды.

“Йәшлек” кинозалы асылды
“Йәшлек” кинозалы асылды

Шишмә ҡасабаһындағы кинозал 500 меңгә тиклем кеше йәшәгән тораҡ  пункттарҙа тормошҡа ашырылған проект сиктәрендә Кино фонды тарафынан асылған. "Мәҙәниәт" милли проектының "Мәҙәни мөхит" Федераль проектына ярашлы, район кинозал өсөн заманса йыһаз һатып алыуға грант отҡан. Бүленгән аҡсаға күп каналлы тауыш системаһы, ҡеүәтле һанлы проектор, экран, сервер һәм фильмдар күрһәтеү, билет һатыу өсөн башҡа кәрәк-яраҡ һатып алынған.

Кинозалдың уңайлы һәм заманса булыуын Шишмәгә ҡунаҡҡа килгән Ә. Абдразаҡов исемендәге “Башҡортостан” киностудияһы директоры Юнир Әминев, режиссер Булат Йосопов, райондың хөрмәтле ветерандары, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, уҡыу алдынғылары, спортсылары һәм ирекмәндәре үҙ елкәһендә татып ҡараны. Улар тәүгеләрҙән булып  “Шағир көндәлеге” фильмын ҡараны.

Яңы кинозалдың репертуар планын «Башҡортостан» киностудияһы тормошҡа ашыра. Унда илебеҙҙә һәм сит илдәрҙә төшөрөлгән, шулай уҡ Башҡортостан кинематографистарының фильмдарын күрһәтергә планлаштыра.

Тамашасылар “Йәшлек” кинозалының эшмәкәрлек сифатына баһа биреп өлгөрҙө. Улар шундай заманса кинозалдан бик ҡәнәғәт ҡалды һәм алдағы ҡышҡы каникул көндәрендә бында яҡындары менән килеүен дә әйтте.  

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: