Йәйғор
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
27 Декабрь 2022, 08:49

Мәктәп тә, балалар баҡсаһы ла буласаҡ

Өфө районының Урыҫ – Юрмаш ауыл хакимиәте ҡарамағындағы Шмидт ауылында 640 урынға иҫәпләнгән мәктәп, 160 урынлыҡ балалар баҡсаһы менән бергә бинала урынлашасаҡ.

Мәктәп тә, балалар баҡсаһы ла буласаҡ
Мәктәп тә, балалар баҡсаһы ла буласаҡ

«Гудвилл Парк» микрорайонында 15 300 кв. метр майҙанда төҙөләсәк был дүрт ҡатлы бинала 26 класс кабинеттары, 8 мәктәпкәсә һәм 2 бәләкәстәр өсөн төркөмдәр буласаҡ.

Быйылғы йыл аҙағында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм «ПроШкола» йәмғиәте араһында был төҙөлөш хаҡындағы килешеүгә етәкселәр тарафынан ҡул ҡуйылған. “Мәғариф” милли проектҡа ярашлы 2024 йыл аҙағында файҙаланыуға тапшырыласаҡ был белем усағының проектын әҙерләү барышында күп эштәр башҡарылған. Был проект Рәсәйҙең Мәғариф министрлығы үткәргән конкурста ла еңеп сыҡҡан.

Әлеге мәлдә райондың Зубов ауыл мәктәбендә уҡыусыларҙың һаны 550 кешегә артыу сәбәпле булған мәктәпте реконструкциялау буйынса проект – смета документацияһы әҙерләнә. Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡушыуы буйынса, реконструкциянан һуң Зубов мәктәбенең 1225 урынға арттырыласағы тураһында документтарҙың әҙер булыуы ла көтөлә.

Алдағы өмөттә Михайловка ауылында балалар баҡсаһы төҙөлөшө лә күҙаллана.

Мәктәп тә, балалар баҡсаһы ла буласаҡ
Мәктәп тә, балалар баҡсаһы ла буласаҡ
Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: