Йәйғор
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
8 Декабрь 2021, 11:32

Олоһо ла, кесеһе лә – һырғалаҡта

Быйылғы йылды оҙатыу, яңыһын ҡаршылау мәшәҡәттәре менән булашҡан өлкәндәр ҡышҡы каникулдарҙы һағынып көткән балалар өсөн һырғалаҡ яһау менән мәшғүл.

Олоһо ла, кесеһе лә – һырғалаҡта
Олоһо ла, кесеһе лә – һырғалаҡта

Быйылғы йылды оҙатыу, яңыһын ҡаршылау мәшәҡәттәре менән булашҡан өлкәндәр ҡышҡы каникулдарҙы һағынып көткән балалар өсөн һырғалаҡ яһау менән мәшғүл.

Шишмә районының Горный ауыл клубы эргәһендәге майҙанда ауылдың старостаһы Роман Әсәҙуллиндың тәҡдиме менән 2014 йылдан алып йыл да бында һырғалаҡ сафҡа индерелеп килә. Беренсе йыл ҡырҙары булмаған һырғалаҡ 2015 йылдан шартына тура килтерелеп, төҙөлөп тә ҡуйыла. Урындағы халыҡ, Ҡара Яҡуп ауыл хакимиәте, “Агли” крәҫтиән-фермер хужалығы етәкселәре берләшеп, балалар өсөн һырғалаҡ яһай. Быйылғы сезонда ла асыласаҡ һырғалаҡты төҙөү өсөн башланған ойоштороу эштәрендә Владимир Елпаев, Юлия Мусыгина, Тимур Фәхретдинов, Денис Игнатьев, Илдар Ғөбәйҙуллин,  Кәрим Солтанов, Ғәзим Хоҙайназаров һәм балалар үҙҙәре лә бик әүҙем булды. Улар бергәләп һырғалаҡ майҙансығын тигеҙләп, төрлө сүп-сар, ботаҡтарҙы йыйҙы, ҡар йыйып, уны тыңҡыслап, һырғалаҡтың беренсе өлөшөн туңдырыу өсөн уға һыу ҙа ҡойоп ҡуйҙылар.

-Ауыл ерҙәрендә балалар өсөн күмәкләп күңел асыу сараһын мөмкин тиклем күберәк үткәрергә тырышабыҙ. Бындай саралар уларҙы яҡынайта, етеҙ уйындар берләштерә, иҫтә ҡалырлыҡ мәлдәр күберәк була. Һәр йыл ауылда өс хоккей командаһы ойошторола: өлкәндәр, үҫмерҙәр һәм балалар кинәнеп хоккей уйнай. Боҙҙа шыуып кәйефе күтәрелгән, сыныҡҡан, көслө балалар буш ваҡыттарын файҙалы үткәрергә тырыша. Саф һауа сәләмәтлекте нығыта, көс-дәрт бирә. Компьютер артында уйын уйнап ултырыу түгел инде, - тип һөйләне Горный ауыл китапханасыһы Сәәҙәт Муфтахова.

Олоһо ла, кесеһе лә – һырғалаҡта
Олоһо ла, кесеһе лә – һырғалаҡта
Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: