Йәйғор
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
24 Март 2022, 09:59

Хәрби сәнғәт уйынында – ҡыҙҙар

Өфө районының балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе  Екатерина Гәрәева үҙ миҫалында хәрби сәнғәт уйындары нескә һәм нәфис гүзәл заттарға ла ауыр булмауын дәлилләй. Тхэквондо буйынса секцияла даими шөғөлләнгән, уңыштарға өлгәшкән сыҙам һәм тырыш ҡыҙ хаҡында уның тренеры Радмир Төхвәтуллин да тик ыңғай фекерҙә.

Райондың 7 йәштән 20 йәшкә тиклемге 50 кеше туғыҙ йыл дауамында ошо секцияға йөрөй. Дмитриевка, Чернолесовский, Михайловка, Миловка, Подымалов ауылдары, Тәжрибә хужалығында йәшәгән 100 бала был олимпиада спорт төрөндә еңеүҙәр яулап, күптән инде оло тормош юлына аяҡ баҫҡан.

-Был спорт төрөндә айырыуса ҡыҙҙар оло әүҙемлек күрһәтә. Алдына ҡуйған маҡсатын тормошҡа ашырырға күнеккән гүзәл зат вәкилдәре үҙенең хеҙмәт һөйөүсәнлеге һәм яуаплылығы менән башҡаларҙан айырылып тора. Улар ныҡышмал холҡо менән еңеүҙәргә өлгәшә, - тип һөйләне тренер Радмир Төхвәтуллин.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: