Йәйғор
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
27 Март 2022, 10:15

Һикерҙеләр, йүгерҙеләр, ГТО тапшырҙылар

Шишмә район хакимиәте хеҙмәткәрҙәре һәм депутаттары, йәмғеһе 130 кеше күтәренке кәйеф менән саңғыла йүгерҙе, бассейнда йөҙҙө, турникта тартылды, иҙәндән этелде, кәүҙәне иҙәндән күтәрҙе, оҙонлоҡҡа һикерҙе, ҡулды иҙәнгә тейҙерҙе, пневматик винтовканан атты.

Һикерҙеләр, йүгерҙеләр, ГТО тапшырҙылар
Һикерҙеләр, йүгерҙеләр, ГТО тапшырҙылар

ГТО нормаһы һәр ҡайһыбыҙға мәктәп йылдарынан уҡ таныш. Бына шул йылдарҙы иҫкә төшөрөп, “Хеҙмәт һәм оборонаға әҙер” Бөтә Рәсәй физкультура спорт комплексы нормативтарын алыу 2014 йылда яңынан тормошобоҙға килеп кереп, ойошмаларҙа эшләүсе белгес-етәкселәребеҙ үҙҙәрен күпләп һынап ҡарай башланы. Улар араһында ГТО нормаларын уңышлы уҙып, значок, таныҡлыҡ алыусылары ла етерлек.

Шишмә район хакимиәте хеҙмәткәрҙәре һәм депутаттары, йәмғеһе 130 кеше күтәренке кәйеф менән саңғыла йүгерҙе, бассейнда йөҙҙө, турникта тартылды, иҙәндән этелде, кәүҙәне иҙәндән күтәрҙе, оҙонлоҡҡа һикерҙе, ҡулды иҙәнгә тейҙерҙе, пневматик винтовканан атты.

“Демография” милли проектының “Спорт - йәшәү нормаһы” федераль проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған был сарала район хакимиәте башлығы Ришат Мансуров та башҡаларға үҙ миҫалында өлгө күрһәтте. Халыҡты физик яҡтан тәрбиәләүҙе, сәләмәтләндереүҙе, күмәк спортты үҫтереүҙе маҡсат иткән, билдәле бер нормативтарҙы үтәүгә нигеҙләнгән программа бер кем өсөн дә мотлаҡ түгел. Әммә сыҙам, етеҙ һәм сәләмәт тормош яҡлы шишмәләр йылдан-йыл был нормаларҙы тапшырырға ҙур теләк белдерә һәм әүҙемлек күрһәтә.

Автор:Лира Батыргәрәева
Читайте нас: