Йәйғор
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
6 Июль 2022, 13:37

Грант аҡсаһына һырғалаҡ йүнәтелә

Благовещендың икенсе микрорайонында йәшәгән ҡыҙҙар һәм малайҙар өсөн был майҙансыҡта өлкәндәр тарафынан төрлө спорт уйындарын күберәк үткәреү, уларҙың ялын ойошҡанлы итеү планлаштырыла

Грант аҡсаһына һырғалаҡ йүнәтелә
Грант аҡсаһына һырғалаҡ йүнәтелә

“Яҡшы эштәр формулаһы” программаһының ирекмән проекттары VIII конкурсында педагог Оксана Урамова СИБУР хеҙмәткәре Наталья Мамонова менән «Йыл дауамында балаларға һырғалаҡ» проекты менән еңеп сыҡты.

 Ҡаланың Социалистик урамында урынлашҡан һырғалаҡ хәҙер йыл әйләнәһендә бала-сағалар тарафынан ҡулланышта буласаҡ. Еңеп алған грант аҡсаһына һырғалаҡтың ҡырҙары йүнәтелеп, улар сағыу һүрәттәр менән биҙәләсәк.

Благовещендың икенсе микрорайонында йәшәгән ҡыҙҙар һәм малайҙар өсөн был майҙансыҡта өлкәндәр тарафынан төрлө спорт уйындарын күберәк үткәреү, уларҙың ялын ойошҡанлы итеү планлаштырыла.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: