Йәйғор
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
25 Август 2022, 22:20

Беҙҙекеләргә призлы урындар

Беларусь Республикаһының Брест ҡалаһында ҡыҙҙар һәм егеттәр араһында үткән  янғын – ҡотҡарыу VII, XI ил Чемпионаттарында Рәсәй йыйылма команда составына ингән Өфө районы спортсмендары апалы-ҡустылы Даяна менән Таһир Нафиҡовтар яҡшы һөҙөмтә күрһәтте.

Беҙҙекеләргә призлы урындар
Беҙҙекеләргә призлы урындар

Ҡаршылыҡтар һыҙатында яңы ил рекорды күрһәткән Даяна Нафиҡова уны 16,33 секунд эсендә үтә алды. Урта йәштәге ҡыҙҙар араһында ла Даяна  “янғын эстафета” һында алтын, ә “хәрби йәйелдереү” ҙә көмөш миҙалдарға лайыҡ булды. Ә Таһир Нафиҡов кесе йәштәгеләр төркөмө егеттәре араһында «һөжүм баҫҡыстары буйынса» һәм «ҡаршылыҡтар һыҙаты» дисциплиналарында беренсе урынға сыҡты.

Башҡортостан данын яҡлаған спортсылар апалы-ҡустылы Нафиҡовтарға яңынан-яңы уңыштар һәм еңеүҙәр теләп ҡалабыҙ.

Беҙҙекеләргә призлы урындар
Беҙҙекеләргә призлы урындар
Автор:Лира Батыргәрәева
Читайте нас: