Йәйғор
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
6 Сентябрь 2022, 12:25

Тыуған мәктәбенең данын яҡлап

Өфө районының спорт мәктәбе тәрбиәләнеүселәренең яңынан-яңы еңеүҙәре, төрлө кимәлдәге ярыштарҙа ҡатнашыуы тураһында йыш ишетәбеҙ.

Тыуған мәктәбенең данын яҡлап
Тыуған мәктәбенең данын яҡлап

Радмир Төхвәтуллиндың тәрбиәләнеүсеһе  Екатерина Гәрәева тхэквондо буйынса “Рәсәй тхэквондоһы союзы президенты Кубогы” на Бөтә донъя ярыштарында ҡатнашты. Ҡарасай-Черкес республикаһында үткән ярыштарҙа Рәсәйҙең 45 регионынан, Беларус, Әрмәнстан, Ҡаҙағстан еренән дә 800 көслө тхэквондистар көс һынашты һәм турнир миҙалын яуланы.

Ошо уҡ мәктәп тренеры Андрей Матвеев етәкселегендә спорт төрө: ачери-биатлон менән етди шөғөлләнгән спорт мастеры Александра Байболдина Ярослав өлкәһенең Рыбинск ҡалаһында үткән Рәсәй Чемпионатында ҡатнашты. Шәхси ярышта еңеүсе булған Александра, ҡораллы биатлондан айырмалы рәүештә мылтыҡ урынына уҡ ҡулланылған ачери-биатлонға өҫтөнлөк бирә.
– Спорт сараларына алдан әҙерләнеп, бар көсөмдө туплап, үткән йыл һөҙөмтәләренән яҡшыраҡ сығыш яһарға тырышам. Спорт – минең тормошом, сәләмәт йәшәү рәүеше, әүҙем ял һәм, әлбиттә, еңеүҙәр, - ти ҡыҙҙар.

Тыуған мәктәбенең данын яҡлап
Тыуған мәктәбенең данын яҡлап
Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: