Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
15 Сентябрь 2022, 08:07

Шамонин мәктәбе уҡыусыларына тиңдәр юҡ

Өфө районы Шамонин мәктәбенең 6-сы “Б” класы уҡыусыларынан торған команда Шишмә районында үткәрелгән Шайморатовсылар уйындарында ҡатнашты.

Шамонин мәктәбе уҡыусыларына тиңдәр юҡ
Шамонин мәктәбе уҡыусыларына тиңдәр юҡ

Авангард” йәштәрҙе хәрби-патриотик тәрбиәләүҙең  уҡыу-методик үҙәгендә ике этапта үткәрелгән был уйындарҙа ҡатнашыу өсөн иң башта ғаризалар ҡабул ителде, “Шайморатов класы” ның презентацияһы ла күрһәтелде. Бынан тыш, балалар Бөйөк Ватан һуғышы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы тарихын, Рәсәй Геройы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың тормошон, эшмәкәрлеген өйрәнеү буйынса ла үҙ белемен тикшерҙе.  Беренсе булып асылған Шайморатов класында белем алған Шамонин мәктәбе командаһына ингән балалар был сарала тулыһынса үҙ көсөн һынап ҡараған. 

Үҙ-ара дуҫ булған 6-сы ”Б” класы етәксеһе Дилә Ринат ҡыҙы Миңлейәрова әйтеүенсә, Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге кластар уҡыусыларында Ватанға тоғролоҡ, илһөйәрлек һәм әүҙем гражданлыҡ позицияһы тәрбиәләнә.

Автор:Лира Батыргәрәева
Читайте нас: