Йәйғор
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
14 Октябрь 2022, 16:14

Изге ғибәҙәтхананың ишектәре һәр саҡ асыҡ!

Ошо көндәрҙә Өфө районының Алмағас урамында урынлашҡан Дмитриевка ауыл мәсетенең 25 йыллыҡ юбилей тантанаһы үтте.

Изге  ғибәҙәтхананың ишектәре һәр саҡ асыҡ!
Изге ғибәҙәтхананың ишектәре һәр саҡ асыҡ!

Сарала райондың дини йәмәғәттәре, хакимиәттән етәкселәр, күрше район һәм ҡалаларҙан ҡунаҡтар, ауыл халҡы ла булды.  Юғары мөфтөй, Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдиндың да был сарала булыуы уға оло мәртәбә өҫтәне.

- Әссәләмәғәләйкүм, ҡан ҡәрҙәштәр! Әлхәмдүлилләһ, бөгөн беҙ Аллаһ йортобоҙ - Дмитриевка ауыл мәсетенең юбилейына йыйылдыҡ. Бында егерме биш йыл эсендә күпме балаға исем аталды һәм йәш ғаиләләргә никах уҡылыуы ла ҡыуаныс. Мәсеткә йөрөү мосолмандарҙы берләштерә, кеше рухи яҡтан таҙарына, уның уй-ниәттәре лә яҡшыра. Иман юлында йөрөгәндәрҙең үҙ-ара аралашыуы дини мәсьәләләрҙе бергәләп хәл итергә, белемдәрен камиллаштырырға ярҙам итә.Киләсәктә лә иман йортобоҙға халыҡ күп йөрөр, доғалар уҡып күңелен нурландырыр, - тине үҙенең сығышында Тәлғәт Тажетдин.

Аллаға шөкөр, йыл һайын мәсеткә тейешле ремонт яһала, уның тирә-яғы төҙөкләндерелә, дини байрамдар ҙа татыу ауыл халҡы, дин әһелдәре менән берлектә үткәрелә. Иман юлына баҫыусылар араһында йәштәр ҙә бар. Уларға рухи тәрбиәне биреүҙә мәктәп, спорт залы һәм интернет селтәре генә түгел, ә иман йортонда ойошторолған эш тә ярҙамға килә.

 Мәсет – ул изге ғибәҙәтхана, уның ишектәре бөтәһе өсөн дә һәр саҡ асыҡ!Шуға ла берҙәмлектә –көс булғанын онотмайыҡ!

Изге  ғибәҙәтхананың ишектәре һәр саҡ асыҡ!
Изге ғибәҙәтхананың ишектәре һәр саҡ асыҡ!
Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: