Йәйғор
+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Ваҡиғалар
20 Декабрь 2021, 10:43

Изгелек ҡылған сауап йыйған

“Дөйә лә, төймә лә бүләк” тип халыҡта юҡҡа әйтмәгәндәр бит. Яңы йыл алдынан Өфө районының Миловка мәктәбе уҡыусылары ҡиммәтле бүләк алып ҡыуанды.

Изгелек ҡылған сауап йыйған
Изгелек ҡылған сауап йыйған

“Дөйә лә, төймә лә бүләк” тип халыҡта юҡҡа әйтмәгәндәр бит. Яңы йыл алдынан Өфө районының Миловка мәктәбе уҡыусылары ҡиммәтле бүләк алып ҡыуанды.

Башҡортостан Республикаһының бадминтон Федерацияһы рәйесе Дмитрий Комлев менән Миловка ауыл хакимиәте башлығы Мөсәүир Шабиев ауыл мәктәбен профессиональ тауыш ҡорамалдары менән тәьмин итте. Мәктәп етәкселеге әйтеүенсә, хәҙер һәләтле,ҡыҙыҡһыныусан уҡыусылар өсөн сифатлы, йөкмәткеле саралар уҙғарыр өсөн барса мөмкинселектәр ҙә бар. Ололарҙың балаларға күрһәткән изгелеге тәрбиәүи йәһәттән дә бик әһәмиәтле.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: