Йәйғор
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Ваҡиғалар
24 Декабрь 2021, 11:50

Янғындан һаҡланыу отошло

Нуриман районының Иҫке Күл ауылына эш сәфәре менән килгән Башҡортостан Республикаһының Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов ирекле янғын һағына тағылма янғын техникаһын тапшырҙы.

Янғындан һаҡланыу отошло
Янғындан һаҡланыу отошло

Нуриман районының Иҫке Күл ауылына эш сәфәре менән килгән Башҡортостан Республикаһының Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов ирекле янғын һағына тағылма янғын техникаһын тапшырҙы.

Райондан янғын – ҡотҡарыу часенән ауылға тулы ярҙам килеп еткәнсегә тиклем янғын һүндереүгә тиҙ арала тәьҫир итеү өсөн бирелгән был техника Байгилде, Никольский, Первомайский ауыл хакимиәттәренә лә тапшырылғайны. Иҫке Күлгә тапшырылған техниканың да бик кәрәкле булыуын аңлаған ауыл халҡы республика етәкселегенең хәстәрлеген билдәләп, уларға рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Баш ҡаланан килгән ҡунаҡ менән профилактик рейд та ойошторолдо.”Һуғыш балалары тураһындағы” законға ярашлы, ошо категорияға ҡараған ике ауыл кешеһенә бушлай янғын һағы извещателдәре таратылып, иҫкәрмәләр бирелде.

-Күп балалы, аҙ тәьмин ителгән, хәүеф төркөмөнә ингән 11 категория исемлегендәге граждандарға янғын һағы извещателе бушлай таратыла. Бындай категорияға инмәгәндәргә лә уны һатып алыр өсөн 300 – 600 һум тирәһе аҡса кәрәк буласаҡ. Янғын һағы извещателдәренең һәр йортта булыуы кешене ҙур бәлә һәм юғалтыуҙарҙан ҡотҡарыр,-тип һөйләне И.Сәғитов.

Янғындан һаҡланыу отошло
Янғындан һаҡланыу отошло
Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: