Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ваҡиғалар
1 Ғинуар 2022, 14:33

Гәзит аша туған телгә һөйөү

Раушания Иҫәндәүләтова Иглиндың 5-се мәктәбендә балаларға башҡорт теле нескәлектәрен өйрәтә. Мәктәп уҡыусылары һәм уҡытыусылары туған телде һаҡлау һәм үҫтереү өлкәһендә ҙур эш башҡара, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша - китап күргәҙмәләре ойоштора, оҫталыҡ дәрестәре, телекүперҙәр, шиғриәт һәм рәсем бәйгеләре үткәрә

Гәзит аша туған телгә һөйөү
Гәзит аша туған телгә һөйөү

“Йәйғор”ға яҙыл да бүләк от!” уйынының Иглин районы буйынса еңеүселәре билдәле булды. Улар: район мәғариф бүлегенең методик ярҙам кабинеты етәксеһе Рифат Хәсәнов, район мәғариф бүлегенең дәреслектәр буйынса методисы, башҡорт теле уҡытыусыһы Раушания Иҫәндәүләтова, башҡорт теле уҡытыусыһы Гөлсәриә Заманова, Оло-Ҡарамалы ауылы клубы мөдире Илвира Исмәғилева, Үктәй ауылынан пенсионер Рәзилә Әхмәҙуллина, район мәҙәниәт йортоноң ҡуйыусы-режиссеры Гөлшат Ибәтова, Ғаилә хеҙмәте белгесе Флүрә Камалетдинова.

Раушания Иҫәндәүләтова Иглиндың 5-се мәктәбендә балаларға башҡорт теле нескәлектәрен өйрәтә. Мәктәп уҡыусылары һәм уҡытыусылары туған телде һаҡлау һәм үҫтереү өлкәһендә ҙур эш башҡара, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша - китап күргәҙмәләре ойоштора, оҫталыҡ дәрестәре, телекүперҙәр, шиғриәт һәм рәсем бәйгеләре үткәрә. Раушания Әҙһәм ҡыҙының тәрбиәләнеүсеһе Арсений Ильин ике йыл рәттән район шиғриәт бәйгеләрендә призлы урындар яулай. “Живая классика” Бөтә Рәсәй шиғыр уҡыусылар конкурсы кураторы булған билдәле уҡытыусының уҡыусылары йыл һайын бәйгенең республика этабында призлы урындар яулай. Мәктәптең уҡыусылары ла, уларҙың остаздары ла “Йәйғор”ҙоң һәр һанын көтөп ала.

-Яратҡан гәзитебеҙҙе уҡыусылар менән бергәләп уҡыйбыҙ, - ти Раушания. Туған телгә һөйөү тәрбиәләүҙә баҫманың роле бик ҙур.

Автор:Сирина Фәррәхова, Иглин районы.
Читайте нас: