Йәйғор
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ваҡиғалар
5 Апрель 2022, 13:14

Онотолған йолаларҙы тергеҙеп

Түбәнге Ләмәҙ урта белем биреү мәктәбе уҡыусылары “Кейеҙ баҫыу” йолаһын сәхнәләштерҙе.

Онотолған йолаларҙы тергеҙеп
Онотолған йолаларҙы тергеҙеп

 Кейеҙ баҫыу, йөн иләү, кейеҙ һәм йөндән эшләнгән әйберҙәр етештереү башҡорттарҙа боронғо шөғөл һанала. Күп быуаттар һуҙымында, башҡа күсмә халыҡтарҙағы кеүек үк, кейеҙ баҫыу башҡорттарҙың бөтә тормошона бәйле булған. Башҡорт ғүмере кейеҙҙә башланған һәм тамамланған, кеше кейеҙҙән яһалған кейем кейгән, атын кейеҙле ябыу менән япҡан, уны иҙәненә йәйгән. Ваҡыт үтеү менән, кейеҙ баҫыу үҙенең боронғо ҡулланма тәғәйенләнешен юғалтҡан һәм халыҡ өсөн мөһим кәсеп булыуҙан туҡтаған.
Быйылғы йыл "Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылы" иғлан ителеүе уңайынан илебеҙ халыҡтарының, шул иҫәптән башҡорт йолаларын һаҡлау, телебеҙгә, илебеҙгә һөйөү тәрбиәләү, рухи ҡиммәттәребеҙҙе һаҡлау маҡсатынан Түбәнге Ләмәз урта белем биреү мәктәбе уҡыусыларының "Аманат" фольклор төркөмө "Кейеҙ баҫыу" йолаһын сәхнәләштерҙе. Был йоланы тергеҙеүҙе, балалар менән уны ойоштороуҙы ошо мәктәпкә илле йылға яҡын үҙенең  көсөн, хеҙмәтен, тырышлығын, күңел йылылығын йәлләмәй, көн һайын, йылдың-йылы үҙен аямай,тулыһынса балаларға бағышлаған башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Нәсимә Гөбәйҙулла ҡыҙы Моталлапова үҙенең ҡулына алды.

Йола сценарийын төҙөп, ролдәрҙе бүлер алдынан йоланың тарихы, кейеҙ баҫыу серҙәре, нескәлектәре  өйрәнелде. Балалар менән бергә кластан тыш дәрес үткәреп, улар менән фекер алыштылар. Шунан һуң сценарий төҙөп, ролдәрҙе бүлеп йоланы сәхнәләштереүгә әҙерлек башланды. Балалар дәррәү, ҙур теләк менән эшкә тотондолар. Ниһәйәт, һүҙҙәрҙе ятлап, костюмдарҙы барлап, реквизиттарҙы әҙерләп бергәләшеп ауыл мәҙәниәт йорто сәхнәһендә “Кейеҙ баҫыу” йолаһы күрһәтелде. Матур эстәлекле аңлатыуҙар, мәҡәлдәр, уйын, йыр һәм бейеүҙәр менән йоланы уйнанылар.

 Йоланы сәхнәләштергәндә балалар кейеҙ баҫыу серҙәрен генә белеп ҡалманы. Улар һарыҡ малының йөнөнөң файҙаһы, уны ҡулланыу даирәһенең ниндәй күп булыуын да белде. Шул уҡ ваҡытта был сара балаларҙа хеҙмәткә, хеҙмәт кешеһенә һөйөү, ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләү, оло кешеләргә хөрмәт, ярҙамсыллыҡ тәрбиәләү, бергәләп эшләүҙең бәрәкәтле булыуын аңлатыу, дуҫлыҡ тойғоһо уятыу ҙа булып тора.

Ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тергеҙеп балаларға еткереүебеҙ -  йәш буынды үҙебеҙҙең урынға әҙерләргә, өлкәндәргә булған иң күркәм сифаттарҙы уларҙа тәрбиәләргә ярҙам итә.

Онотолған йолаларҙы тергеҙеп
Онотолған йолаларҙы тергеҙеп
Автор:Р. Исламова, Түбәнге Ләмәҙ мәктәбенең педагог-китапханасыһы.
Читайте нас: