Йәйғор
+17 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Ваҡиғалар
5 Апрель 2022, 13:23

Тимурсылар ярҙамға ашыға

Иглин районының Келәш ауылында «Дуҫлыҡ» тимур командаһы эшләй.

Тимурсылар ярҙамға ашыға
Тимурсылар ярҙамға ашыға

Йәштәр берләшмәһен булдырыу идеяһын Үктәй ауыл советы депутаты Салауат Мостафин тәҡдим итте. Үҫмерҙәр был инициативаны хуплап ҡабул итте. Өлкәндәр балаларға совет осоронда бик популяр булған тимурсылар хәрәкәте тураһында һөйләне.

Ул ваҡытта тимурсыларҙың төп бурысы оло йәштәге кешеләргә һәм һуғышҡа киткән яугирҙарҙың яҡындарына ярҙам итеү була. Балалар утын яра, һыу килтерә һәм башҡа йорт эштәрендә булыша. Айырым иғтибарға һуғыш яландарында ятып ҡалған кешелрҙең ғаиләләре лайыҡ була. Уларҙың йорттары махсус тамға – ҡыҙыл йондоҙ менән билдәләнеп ҡуйыла. Ул был йортта йәшәүселәргә ихтирам символы булып торған.

«Дуҫлыҡ» үҙенең эшмәкәрлеген ағымдағы йылдың мартында башланы. Әлегә командала өс өлкән кеше, алты үҫмер, уларҙың икәүһе - иглиндар. Үҫмерҙәр хәрәкәтен Салауат Мостафин етәкләй. Уның төп маҡсаты - балаларҙа изгелек, мәрхәмәт, шәфҡәтлелек хистәре тәрбиәләү.

“ВКонтакте” социаль селтәрендә “Тимурсылар” төркөмө ойошторолған. Теләгән һәр кем инеп, ойошманың эшмәкәрлеге менән таныша ала. Шулай уҡ бында отряд кодексы – тимурсыларҙың ҡағиҙәләре лә баҫылған.

Келәш тимурсылары Аркадий Гайдарҙың «Тимур һәм уның командаһы» повесындағы кеүек яңғыҙ ветерандарҙың ҡапҡаларына тамғалар төшөрмәй, әммә пенсионерҙарға йорт эштәрендә ихлас күңелдән ярҙам итә. Малайҙар һәм ҡыҙҙар өлкәндәрҙең ихаталарында ҡар көрәй, һыу килтерә, утын индерә, сүп-сарын сығара, контейнер майҙансыҡтарын тәртипкә килтерә... Ойошма етәксеһе Салауат Мостафин өлкәндәргә аҙыҡ-түлек тупланмалары тарата. Әйткәндәй, депутат хәйриә эштәрен даими алып бара.

- Йәштәр хәрәкәте оло кешеләргә ҡарата ихтирам, яуаплылыҡ сифаттары тәрбиәләй, – ти Салауат Мостафин. - Ул иҙге эштәргә этәргес булып тора.

Изге эшкә нигеҙ һалынған. Келәштәр үрнәгендә райондың башҡа ауылдарында ла тимурсылар хәрәкәте тергеҙелер, тип ышанғыһы килә.

Тимурсылар ярҙамға ашыға
Тимурсылар ярҙамға ашыға
Автор:Сирина Фәррәхова, Иглин районы.
Читайте нас: