Йәйғор
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ваҡиғалар
29 Апрель 2022, 16:18

Тереләргә кәрәк һәйкәлдәр

Тыуған ерендә, ғәзиз тупрағында ҡанат нығытҡан, инде күптән мәрхүм булған яугирҙарҙы, һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарын, арҙаҡлы яҡташтарын, хәләл көс менән ғүмер иткән ауылдаштарын йөрәк түрендә йөрөткән ҡыҙыҡлы шәхес ул, Мәхтүмә апай Зырянова.  

Тереләргә кәрәк һәйкәлдәр
Тереләргә кәрәк һәйкәлдәр

Тыуған ерендә, ғәзиз тупрағында ҡанат нығытҡан, инде күптән мәрхүм булған яугирҙарҙы, һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарын, арҙаҡлы яҡташтарын, хәләл көс менән ғүмер иткән ауылдаштарын йөрәк түрендә йөрөткән ҡыҙыҡлы шәхес ул, Мәхтүмә апай Зырянова.  

Благовещен районының Булат ауылында тыуып үҫкән Мәхтүмә Нәғим ҡыҙы Һынны ауыл хакимиәте башлығы вазифаһында эшләгән осорҙа ла ауылдар  тарихына, быуындар бәйләнешенә, шәжәрәгә ҙур иғтибар бүлә торғайны. Уның тырышлығы менән ул осорҙа күпме мәғлүмәт тупланып, альбом –стендтар эшләнеп, фотоһүрәттәр төшөрөлдө һәм йыраҡта йәшәгән яҡташтар менән ныҡлы бәйләнеш тә булдырылды. 

Ә иң мөһиме, Мәхтүмә апай бөгөн дә беҙҙең тыныс тормошобоҙ өсөн яу яландарында башын һалған ҡаһарман яҡташтарына ҙур өҫтөнлөк бирә. Булат ауылында яҙ еткәс, уның етәкселеге менән Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булғандар иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәлдәр тәртипкә килтерелә. Быйыл да ауылдаштар менән кәңәшләшеп, улар бында килеп көрәк, тырма, сүп-сар өсөн ҡапсыҡтар тотоп, һәйкәлде йыуып, уның территорияһын сүп-сар, ҡоро ботаҡтар һәм япраҡтарҙан таҙартты.

-Ошондай изге эштәребеҙ герой – яҡташтарыбыҙға беҙҙең булған барса хөрмәтебеҙҙе күрһәтһә, ә үҫеп килгән йәш быуын вәкилдәре илһөйәрлек рухында тәрбиәләнә, - ти Мәхтүмә Зырянова.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: