Йәйғор
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Ваҡиғалар
24 Май 2022, 11:51

Радий Хәбиров: Үзбәкстан беҙҙең республика менән ныҡ ҡыҙыҡһына

Хәтерегеҙгә төшәрәбеҙ, Башҡортостан делегацияһы 17-18 майҙа рәсми сәфәр менән Үзбәкстанға барып ҡайтты.

Радий Хәбиров: Үзбәкстан беҙҙең республика менән ныҡ ҡыҙыҡһына
Радий Хәбиров: Үзбәкстан беҙҙең республика менән ныҡ ҡыҙыҡһына

Үзбәкстан бик ныҡ үҫешә, яҡшы сәнәғәт һәм социаль үҫеш динамикаһында, унда өйрәнәһе нәмәләр бар. Улар беҙҙең республика, иҡтисад һәм мәҙәниәт менән ныҡ ҡыҙыҡһына, тине Башҡортостан Башлығы хөкүмәттең Республикаға идара итеү үҙәгендәге оператив кәңәшмәһендә.

«Бай йөкмәткеле сәфәр булды. Беҙ юл картаһын төҙөү өсөн эшсе төркөм булдырырғакилештек, быны Үзбәкстан премьер-министры ла хупланы. Благовещен ҡалаһындағы производствоға аҡса һала башлаған Наманган предприятиеһы менән бәйләнештәбеҙ. Сәмәрҡәндтәге коллегаларыбыҙҙан да тәҡдимдәр бар. Үзбәкстанға иң ҙур бизнес-миссия барҙы, 96 эшҡыуар үҙҙәренең коллегалары менән һөйләшеүҙәр үткәрҙе», — тине Радий Хәбиров.

Хәтерегеҙгә төшәрәбеҙ, Башҡортостан делегацияһы 17-18 майҙа рәсми сәфәр менән Үзбәкстанға барып ҡайтты.

Автор:ИА "Башинформ"
Читайте нас: