Йәйғор
+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Ваҡиғалар
4 Июль 2022, 11:25

Яҡтыкүлде барып күрегеҙ

Быйылғы йәйҙә Әбйәлил районында урынлашҡан Башҡортостандың иң тәрән һыулы күле Яҡтыкүлде барып күреү бәхете насип булды. Русса Банное, башҡортса Яҡтыкүл, - «яҡты күл»; Мауыҙҙы, Мауыҙлы күле - «убыр күле» тип халыҡта атап йөрөтөлгән күлдең исемдәре лә төрлөсә. Башҡортостандың Әбйәлил районының төньяғындағы Ташбулат ауыл Советына ҡараған территориялағы тектоник сығышлы күл, Яйыҡ (Урал) йылғаһы бассейнына ҡарай. 1965 йылдан алып ул региональ әһәмиәтле Гидрологик тәбиғәт ҡомартҡыһы булып һанала.

Яҡтыкүлде барып күрегеҙ
Яҡтыкүлде барып күрегеҙ

Быйылғы йәйҙә Әбйәлил районында урынлашҡан Башҡортостандың иң тәрән һыулы күле Яҡтыкүлде барып күреү бәхете насип булды. Русса Банное, башҡортса Яҡтыкүл, - «яҡты күл»; Мауыҙҙы, Мауыҙлы күле - «убыр күле» тип халыҡта атап йөрөтөлгән күлдең исемдәре лә төрлөсә.

Башҡортостандың Әбйәлил районының төньяғындағы Ташбулат ауыл Советына ҡараған территориялағы тектоник сығышлы күл, Яйыҡ (Урал) йылғаһы бассейнына ҡарай. 1965 йылдан алып ул региональ әһәмиәтле Гидрологик тәбиғәт ҡомартҡыһы булып һанала.

Әбйәлил районындағы 33 күл араһынан иң билдәлеһе лә - Яҡтыкүл.  Таҙа, тоноҡ һыулы, иҫ киткес матур, яҡты һәм саф күлде халыҡ та юҡҡа ғына Яҡтыкүл тип йөрөтмәй. Ә борондан һаҡланып ҡалған икенсе исеме – Мауыҙҙы, йәғни Аждаһалы... Мауыҙҙы атамаһы (башҡ. Мауыҙҙы) төрки халыҡтарҙың ауыҙ-тел ижадында «төпһөҙ, бирән» мәғәнәһен аңлатҡан мифик йән эйәһе Мауыҙ менән бәйләнгән. Легендаға ҡарағанда, был күл элек ҡара урман менән уратып алынған булған имеш. Күлдең эйәһе ялмауыҙҙы булған, тиҙәр. Был яман Мәскәй күлде өрөлтөп йөрөткән, имеш. Күлгә һыу эсергә төшкән кейек-януар, ҡош-ҡортто ла Мәскәй йотоп торған. Хатта күл өҫтөнән йөҙөп барған ҡошто ла, ул тыны менән тартып ала алған. Шуға ла был эйәле күлде Мауыҙҙы тип атағандар.

Икенсе легендаға ярашлы, Мауыҙҙы күле атамаһы Мул ауыҙлы һүҙбәйләнешенән барлыҡҡа килгән тип аңлатыусылар ҙа бар, сөнки күл күп йылғалар менән туҡланған.

Банное (Мунсалы) атамаһы 1773-1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы етәксеһе Емельян Иванович Пугачёв исеме менән бәйле, тиҙәр. Яҡтыкүлдең һелтеле, йомшаҡ һыуында ул ғәскәренә «мунса инергә» («баниться») бойорған.

Банное тип йөрөтөү тик көнкүрештә генә ҡулланыла, тип иҫәпләргә кәрәк, ә тәбиғәт ҡомартҡыһына ҡараған күлдең тарихи исеме - Яҡтыкүл. Күл һәм уның тирә-яғы - халыҡтың яратҡан ял урыны. Күл тирәләй шифаханалар һәм ял итеү базалары урынлашҡан, тау саңғыһы үҙәге бар.

Яҡтыгүлдә ап - аҡ томан.
Һыуҙа кәмә сайҡала.
Татлы бер хис йөрәктәрҙә.
Айҡала ла айҡала.
(Әсхәл Әхмәт – Хужа)

 Әбйәлилдең мөғжизәле Яҡтыкүленә барып ҡайтҡандан һуң күңелдә тап ошондай хистәр тыуҙы. Йәшәгеләр килеп китте, кәйеф күтәрелде, йәнә лә тыуған тәбиғәтебеҙҙең гүзәллегенә һоҡланыу хистәре артты.

Автор:Лира Батыргариева
Читайте нас: