Йәйғор
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ваҡиғалар
6 Июль 2022, 11:39

Бүләккә – кейеҙ китап

“Яҡшы эштәр формулаһы” конкурсында ҡатнашҡан  Юлиә Алькина менән Лиана Ворожцова кейеҙҙә тактиль китап яһау буйынса әҙерләнгән проекты менән еңеү яуланы.

Бүләккә – кейеҙ китап
Бүләккә – кейеҙ китап

“Яҡшы эштәр формулаһы” конкурсында ҡатнашҡан  Юлиә Алькина менән Лиана Ворожцова кейеҙҙә тактиль китап яһау буйынса әҙерләнгән проекты менән еңеү яуланы.

Благовещен ҡалаһындағы 9-сы балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәренә бүләккә килтерелгән китап ифрат та матур һәм бик ҡыҙыҡлы, форматы буйынса мауыҡтырғыс һәм төрлөлөгө менән уларҙы таң ҡалдырҙы.

Киләсәктә эшендә ҡулланыласаҡ тирә – яҡ мөхит менән бәйле булған был китаптың үҙҙәре өсөн бик ҡиммәтле һәм кәрәкле булыуын да телгә алды тәрбиәселәр. Ҡулдан яһалған кейеҙ тактиль китап өсөн грант отҡан ҡыҙҙарға барыһы ла оло рәхмәтен еткерҙе.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: