Йәйғор
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ваҡиғалар
6 Июль 2022, 11:27

Батырҙар хөрмәтенә – аллея

Өфө районының Йоматау этнографик музейы “Хәтер аллеяһы” акцияһында ҡатнашты

Батырҙар хөрмәтенә – аллея
Батырҙар хөрмәтенә – аллея

Өфө районының Йоматау этнографик музейы “Хәтер аллеяһы” акцияһында ҡатнашты. 

Был сара ауылдың хөрмәтле кешеләре, ауылдаштарының тормош һәм яу юлын өйрәнеп, йәш быуынға еткереүҙә ҙур өлөш индергән, этнографик музейҙы булдырған ирле-ҡатынлы Зыряновтар, яу яландарында башын һалған  Марат Нәҙершин, Александр Никулин, Владимир Чернышков, Владимира Лосевтарҙың исемен мәңгеләштереүгә арналды. Шулай уҡ ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, легендар осоусы Муса Гәрәевтың тыуыуына 100 йыл тулыуы ла ошо сарала билдәләнде.

 “Хәтер аллеяһы” на йыйылғандар Муса Гәрәевтың улы Евгений һәм уның ҡатыны Светлананың атаһы тураһындағы иҫтәлектәрен тыңланы, Йоматау ауыл хакимиәтенең йәштәр советы ағзалары, һәләк булған яугирҙәрҙең туғандары ла яҡындары хаҡында күп мәғлүмәт бирҙе. Артабан улар бергәләп халыҡ йөрәгендә йәшәгән батырҙар хөрмәтенә ағастар ултыртты.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: