Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ваҡиғалар
6 Июль 2022, 09:06

Сәләмәт булһын балалар

Өфө районының Зубов ауылындағы китапханала балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре өсөн бөгөнгө көндөң төп бәләһе булып торған наркоманияға ҡаршы әңгәмә ойошторолдо

Сәләмәт булһын балалар
Сәләмәт булһын балалар

Өфө районының Зубов ауылындағы китапханала балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре өсөн бөгөнгө көндөң төп бәләһе булып торған наркоманияға ҡаршы әңгәмә ойошторолдо.

 Китапхана мөдире Светлана Соклакова менән йәштәр менән эшләү буйынса белгес Наталья Литвинова әйтеүенсә, был үткән сарала йәш быуын вәкилдәренә наркотиктарҙың  зарарлы булыуын аңлатыу, аңлы рәүештә уларҙы ҡулланмаҫҡа өйрәтеү, балаларҙа сәләмәтлек тойғоһо тәрбиәләү уның төп маҡсаты ине. Наркотиктар - психиканы үҙгәртеүсе  матдәләр тураһында ла етди һөйләшеү булды. 

-Сәләмәт тәндә - сәләмәт аҡыл. Ошо мәҡәлдең мәғәнәһен һеҙ нисек аңлайһығыҙ? Сәләмәт булыу өсөн ниндәй ҡағиҙәләрҙе үтәргә кәрәк? - тип балаларға мөрәжәт итте сараны ойоштороусылар.

Үҙеңде сәләмәт тормошҡа яраҡлаштырырға, насар ғәҙәттәрҙе  булдырмаҫҡа, эш менән ялды дөрөҫ ойошторорға, гигиена ҡағиҙәләрен ҡәтғи үтәргә, дөрөҫ туҡланырға, спорт менән шөғөлләнергә сәләмәтлекте нығытыу өсөн тәбиғәт байлыҡтары - ҡояш, һауа, һыуҙан киң файҙаланырға кәрәк тигән яуаптар яңғыраны.

Өлкәндәр менән бергәләшеп ошо һорауҙарға яуаптар табырға тырышҡан балаларҙың заман сиренә булған етди ҡарашы китапханасыларҙы шатландырҙы.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: