Йәйғор
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Ваҡиғалар
6 Июль 2022, 14:01

Йөрөгән таш шымара...

Нуриман районының хаҡлы ялдағылары өсөн төрлө сәйәхәттәргә сығыу юлдары барлана һәм тормошҡа ашырыла. Әйтәйек, пенсионерҙар өсөн төбәктең иң матур объекттарына походтар ойоштороу ғәҙәти хәлгә инеп бара

Йөрөгән таш шымара...
Йөрөгән таш шымара...

Өлкән йәштәгеләр, ҡапыл ғына йәшәгән донъяһын ташлап, сәйәхәткә сығып китергә ғәҙәтләнмәгән. Бының үҙ сәбәптәре бар. Кемделер алда торған билдәһеҙлек борсоһа, икенселәрҙең матди мөмкинселегенең, һаулығының  сикләнгән булыуы ихтимал. Ә бит сит ерҙәрҙе гиҙеү, онотолмаҫ тәьҫортаттар алыу, дуҫтар табыу донъяға ҡарашыңды байыта, алдағы көндәргә  яңы маҡсаттар ҡороп йәшәргә өйрәтә. Йөрөгән таш шымара, ятҡан таш мүкләнә, ти халыҡ мәҡәле.

         Нуриман районының хаҡлы ялдағылары өсөн төрлө сәйәхәттәргә сығыу юлдары барлана һәм тормошҡа ашырыла. Әйтәйек, пенсионерҙар өсөн төбәктең иң матур объекттарына походтар ойоштороу ғәҙәти хәлгә инеп бара. Бындай сараларҙы атҡарырға республикала ҡабул ителгән “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм” проекты булышлыҡ итә. Күптән түгел  өлкән йәштәгеләрҙән  бер төркөм Өфө тарафтарында булып ҡайтты. Махсус автобуста башҡала урамдары  буйлап сәйәхәт итеү, Башҡорт милли  музейында, “Аҡбуҙат” ипподромында булыу һәр кемдең күңеленә хуш килде. Ә Ағиҙел йылғаһы буйлап теплоходта йөҙөү үҙе ни тора!  

 Экскурсияла ҡатнашыусылар үҙҙәренең сәйәхәт тураһындағы шәхси фекерҙәре менән теләп уртаҡлаша. Мәҫәлән, бер сәйәхәтсе: “Был экскурсия булмаһа, Өфөнөң иҫтәлекле һәм матур урындарын ҡасан ғына күрер инек!? Сараны ойоштороусыларға ысын күңелдән оло рәхмәт!” – тип яҙа. Икенсе яҡташыбыҙ уңайлы транспорт булыуын, бай программаны һәм тәмле аш – һыуҙы маҡтай.

         Хаҡлы ялдағылар өсөн ошондай мөмкинселектәр барлығын белмәүселәр ҙә булыуы мөмкин. Ҡыҙыҡһындырған барлыҡ һорауҙар буйынса сәйәхәт итергә теләүселәр тәүҙә “Долголетие соцтуризм РБ, РФ” сайтына инеп теркәлергә тейеш, унан инде күңелеңә яҡын маршрутты һайлап, юлға әҙерләнә башларға ла була!

Автор:Ринат Биктимиров, Нуриман районы.
Читайте нас: