Йәйғор
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
19 Ғинуар 2021, 15:00

Фильм төшөргән ҡыҙ

Өфө районы Алексеевка мәктәбенең 11-се класс уҡыусыһы Алһыу Дәүләтшина "Ер һүҙе/ онлайн" Бөтә донъя цифрлы мәғариф кинопроектында ҡатнашты.

Был ижади һәләтле ҡыҙ уҡытыусыһы Резеда Хәмитова менән туған телде һаҡлау төп йүнәлеше булған ҡыҫҡа метражлы "Ҙур үтенес" тигән фильм төшөрә алыуға өлгәшкән. Төп геройҙары - Алексеевка ауылы халҡы төшкән фильмды Булат Йосоповтың кино мәктәбе, республиканың кинематографистар Союзы ла маҡтап телгә алған. Уны төшөрөүҙә улар ҙа ярҙам иткән. Барыһына ла рәхмәтле булған Алһыуҙың был ижади емеше һайлап алынған 35 фильм араһына ингән.
Алһыу, маладис!
Читайте нас: