Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
17 Март 2021, 13:00

Гүзәл заттар - тормош биҙәге

«Үктәй ауыл биләмәһе һылыуы – 2021” титулына Меңъетәр гүзәле Ильзида Һаҙыева лайыҡ булды.

Меңъетәр ауыл мәҙәниәт йортонда матурлыҡ конкурсы үтте. «Үктәй ауыл биләмәһе һылыуы – 2021» исеме өсөн туғыҙ ҡыҙ көс һынашты.
Гүзәллек – ул тышҡы матурлыҡ ҡына түгел әле, ә аҡыл, интеллект, талант та. Үктәй һылыуҙары бәйгелә нәҡ ошо сифаттарға эйә булыуҙарын иҫбатланылар.
Музыка уйнап ебәреү менән сәхнә түренә иң матур, иң аҡыллы, иң оҫта һәм талантлы ҡыҙҙар күтәрелде. Һылыуҙарҙы тамашасылар көслө алҡыштар менән сәләмләне.
Ҡунаҡтарҙы һәм бәйгеселәрҙе Үктәй ауыл биләмәһе башлығы Илшат Мөҙәрисов яҙ байрамы менән ҡотланы, ҡыҙҙарға уңыштар теләне. Ярыштар һылыуҙарҙың үҙҙәре менән таныштырыуҙан башланып китте. “Ижади оҫталыҡ” конкурсында ҡыҙҙаҙың һәләттәре баһаланды. Һылыуҙар тамашасыларҙы моңло тауыштары, дәртле бейеүҙәре менән ҡыуандырҙы. Музыкаль номер итеп конкурсанттар Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылына арналған флешмоб күрһәттеләр. Бәйгенең йомғаҡлау этабында дефиле булды.
Һылыуҙар биремдәр башҡарған арала үҙенең моңло йырҙарын Филүс Миңнеәхмәтов бүләк итте. Оҫта алып барыусылар Алмаз Шәмсетдинов һәм Милена Кәлимуллина тамашасыларҙы һәм бәйгеселәрҙе бер генә минутҡа ла иғтибарһыҙ ҡалдырманы.
Һылыуҙар бөтә биремдәрҙе лә йырып сыҡтылар. Жюри ағзаларына улар араһынан иң-иңен һайлап алыу еңелдән булманы.
Жюри ағҙалары Илшат Мөҙәрисов, Рәүҙәт Сәләхов, Илдар Ғәлимйәнов, оҙаҡ кәңәшкәндән һуң, ҡарарҙарын иғлан иттеләр. «Үктәй ауыл биләмәһе һылыуы – 2021” титулына Меңъетәр гүзәле Ильзида Һаҙыева лайыҡ булды. Уға еңеүсе тажы кейҙерелде. Элина Һаҙыева беренсе урын алды, Әлизә Сөйәрбаева - икенсе, Карина Пономарева өсөнсө булды. Башҡа һылыуҙар төрлө номинацияларҙа билдәләнде. Бөтә конкурсанттарға ла дипломдар, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Конкурс үткәреүгә Хәлит Ғимаҙиев, Нурислам Иҙрисов, эшҡыуар Әлфиә Әсәҙуллина спонсорлыҡ ярҙамы күрһәтте.
Шуны ла әйтергә кәрәк, Үктәй ауыл биләмәһендә матурлыҡ конкурстарын үткәреү традицияға әйләнде. Улар һәр ваҡыт күп тамашасы йыйа. Ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре көсө менән быйыл да бәйге бер һулышта үтте. Бәйгеселәр ҙә, тамашасылар ҙа саранан көслө эмоция һәм ыңғай заряд алды.
Читайте нас: