Йәйғор
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
26 Март 2021, 09:42

Район үҙенең йәштәре менән ғорурлана

"Мәғариф” милли проектының “Социаль әүҙемлек” федераль проект сиктәрендә Өфө районының Алексеевка ауылында “Уңыш формулаһы – 2021” V йәштәр форумы ойошторолдо.

“Мәғариф” милли проектының “Социаль әүҙемлек” федераль проект сиктәрендә Өфө районының Алексеевка ауылында “Уңыш формулаһы – 2021” V йәштәр форумы ойошторолдо.
Был мәртәбәле сарала райондыңбалалар һәм йәштәрҙең йәмәғәт ойошмалары етәкселәре өсөн “Лидер – 2021” муниципаль этаптағы конкурс та үтте. Райондың иң әүҙем, иң тырыш, иң аҡыллы, иң алдынғы ҡарашлы йәштәре конкурс һынауҙарында көс һынашты. Йәштәр тәүге һынауҙа жюриға үҙе һәм башҡарған эшмәкәрлеге тураһында видео презентацияһын тәҡдим итһә, ә әҙерләгән видеояҙмаһында улар “2021 быуат лидерының иң кәрәкле сифаттары” тигән теманы асыуға өлгәште. Жуков мәктәбенән Анна Семенова, Чесноковкалағы “Спутник” мәғариф үҙәгенән Валерия Алендеева, Дорогин мәктәбенән Камелия Акабашева һәм Булгаков лицейынан Анастасия Ивановалар үҙҙәрен ысын ойоштороусы, һәр эште алдан башлап йөрөүсе итеп танытып, призлы урындар яуланы.
Һуңғы биш йылда район етәкселеге йәштәр проекттарын тормошҡа ашырыу йәһәтенән гранттар өсөн аҡсалар бүлә. “Әүҙем һаулыҡ һәм оҙон ғүмерлелек”, “Яҡшылыҡ быуыны”, “Һәләтле йәштәр”, “Тораҡ пункттар эстетикаһы” тигән йүнәлештәргә үҙенең эштәре менән ҡатнашҡан егәрле, тәүәккәл Е.Грязева, В.Козлов, А.Букатова, Ә.Мостафина, Р.Ғиззәтуллин, Р.Хаматнуров, Е.Әхмәрова, А.Саҡаева, Р.Хәмиҙуллин, Ә.Хөснөтдинова, Б.Курбатовтарҙың төрлө темаларҙы үҙ эсенә алған проекттары 10; 5-әр меңлек һум аҡса менән билдәләнде.
“Ошондай алдынғы ҡарашлы, төплө фекерле йәштәребеҙ булғанда, Өфө районының исеме республика йәштәре араһында гел беренселәр рәтендә буласаҡ”, - ти конкурсты ойоштороусылар.
Читайте нас: