Йәйғор
+29 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
11 Июнь 2021, 11:00

Улар Рәсәй кимәлендә билдәләнде

Шишмә районының Шишмә ҡасабаһындағы 1-се мәктәп уҡыусылары финанс баҙарында финанс грамоталыҡ хеҙмәттәре күрһәтеүҙә ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһында ҡатнашты

Шишмә районының Шишмә ҡасабаһындағы 1-се мәктәп уҡыусылары финанс баҙарында финанс грамоталыҡ хеҙмәттәре күрһәтеүҙә ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһында ҡатнашты.
Иҡтисад буйынса уҡытыусы Венера Миңлеяр ҡыҙы Собханғолованың фәнен яратҡан һәм еңел үҙләштергән уҡыусылар - Лопатов Владислав, Ҡарасурина Изалия, Колесников Максим, Даянова Дилара, Илалов Морат олимпиадала яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәште. Алдынғы уҡыусыларҙы бүләкләүҙә Башҡортостан Республикаһының финанс министры Лира Иҡтисамованың ҡатнашыуы сараға оло мәртәбә өҫтәне.
Читайте нас: