Йәйғор
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
21 Июль 2021, 12:13

Йәштәр ҡанат нығыта

Һәр эшен еренә еткереп башҡарыусы, хәстәрлекле, асыҡ күңелле Азалия Мөхәмәтова үҙ тәғәйенләнешен табыр, күптәргә өлгө булыр, тигән өмөттә ҡалабыҙ

Йәштәр ҡанат нығыта
Йәштәр ҡанат нығыта

Һуңғы йылдарҙа йәштәр араһында төрлө темаларға бәйле ижади бәйгеләр бик күп уҙғарыла. Был эште ойоштороуҙа матбуғат саралары ла әүҙем ҡатнаша, халыҡ менән туранан – тура эш алып бара.

         Өфө ҡалаһында нәшер ителгән “Йәштәр гәзите” “Сығарылыш класс уҡыусыһы – 2021 ”тип аталған бәйге ойошторҙо. Гәзит уҡыусылар тауышын күберәк Нуриман районы Красная Горка   мәктәбе  уҡыусыһы Азалия Мөхәмәтоваға биргән булып сыҡты.

         Район йәштәре араһында ғына түгел, ә өлкәндәр араһында ла ҙур абруй яуларға өлгөргән Азалия  ирекмәндәр хәрәкәтенең иң әүҙем вәкиле булараҡ билдәле. Республика кимәлендә үткән ирекмәндәр форумында уның эшмәкәрлеге лайыҡлы баһаланды һәм билдәләп үтелде.

         Әсәһе ҡыҙының бәләкәй сағын ошолай хәтерләй: “ Ул мәктәпкә алты йәшенән барҙы. Бәләкәс булыуына ҡарамаҫтан, уҡый ҙа, яҙа ла, һанай ҙа белә ине. Үҙенән бер йәшкә олораҡ класташтарынан ҡалышманы, сәмләнеп уҡыны. Бәләкәйҙән үҙаллы булды, алдына ҡуйған маҡсаттарын еренә еткереп үтәргә тырышты, йорт, хужалыҡ эштәрендә лә гел минең ҙур ярҙамсым булды”.

         Азалия китап уҡырға, музыка тыңларға ярата, шулай уҡ тырышып йога серҙәрен өйрәнә. Күптән түгел ул барлыҡ имтихандарын да уңышлы тапшырып, алтын миҙалға лайыҡ булды. Азалияның сираттағы маҡсаты – юғары уҡыу йортонда белемен дауам итеү.

         Һәр эшен еренә еткереп башҡарыусы, хәстәрлекле, асыҡ күңелле Азалия Мөхәмәтова үҙ тәғәйенләнешен табыр, күптәргә өлгө булыр, тигән өмөттә ҡалабыҙ. Әлегә уның яулайһы иң бейек үрҙәре, уңыштары алда әле.

Автор:Ринат Биктимиров, Нуриман районы.
Читайте нас: