Йәйғор
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
2 Декабрь 2021, 12:27

Ирина Ғәлиева – яңы быуын директоры

Өфөлә Башҡортостан Республикаһының Сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығының йыйылыштар залында  25-се тапҡыр "Ҡатын-ҡыҙ – йыл директоры" XXV Бөтә Рәсәй конкурсы үтте.

Ирина Ғәлиева – яңы быуын директоры
Ирина Ғәлиева – яңы быуын директоры

Өфөлә Башҡортостан Республикаһының Сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығының йыйылыштар залында  25-се тапҡыр "Ҡатын-ҡыҙ – йыл директоры" XXV Бөтә Рәсәй конкурсы үтте.

Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы Федерация Советы һәм Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы, "Рәсәйҙең эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙар ассоциацияһы" дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы ярҙамында ойошторолған конкурстың финалына эшҡыуарлыҡтың төрлө өлкәләрендә һәм йәмәғәт эшмәкәрлегендә  билдәле уңыштарға өлгәшкән 17 ҡатын-ҡыҙ әүҙем ҡатнашты.  Благовещен ҡалаһының  “Сириус” мәктәпкәсә белем биреү үҙәге директоры Ирина Ғәлиева "Ҡатын-ҡыҙ-йыл директоры" XXV Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк-ара этабында еңеү яуланы. "Яңы быуын директоры" номинацияһында дипломға лайыҡ булған яҡташыбыҙҙы ихлас ҡотлайбыҙ һәм эшендә артабан да уңыштар һәм яңынан- яңы ҡаҙаныштар теләйбеҙ!

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: