Бөтә яңылыҡтар
Йәштәр
30 Декабрь 2021, 15:18

Бөтә өмөт – йәштәрҙә

Был премия һәр йыл аҙағында уҡыуҙа, фәндә, спортта, ижадта һәм йәмәғәт эштәрендә әүҙемдәргә бирелә. Йыл йомғаҡтарына ярашлы быйылғы премия лауреаттары ла билдәләнде.

Бөтә өмөт – йәштәрҙә
Бөтә өмөт – йәштәрҙә

Өфө районы хакимиәтенең 10 мең күләмендәге “Йәштәр ҡаҙаныштары” премияһы 2009 йылдан алып райондың төрлө өлкәләрендә тырышып эшләгән һәләтле йәштәренә тапшырыла. Был премия һәр йыл аҙағында уҡыуҙа, фәндә, спортта, ижадта һәм йәмәғәт эштәрендә әүҙемдәргә бирелә. Йыл йомғаҡтарына ярашлы быйылғы премия лауреаттары ла билдәләнде.

Район спорт мәктәбе тренеры, полиатлон буйынса спорт мастерына кандидат, төрлө кимәлдә үткән ярыштар чемпионы Резеда Әмирова, Советтар Союзы Геройы Александр Пикунов исемендәге Дорогин мәктәбе директорының уҡыу-тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары, география уҡытыусыһы, һәләтле уҡыусыларҙы фәнни һәм инновацион йүнәлештә тәрбиәләгән Фәнил Килдеғошев, һәр яҡлап та белемен арттырып, уны эшендә ҡулланған эшлекле Лилиә Шәкүрова Нижегородка дауалау амбулаторияһы терапевы, “Кудринки” өлгөлө фольклор рус йыры ансамбле эшмәкәрлегенә яңынан-яңы һулыш өрөп торған, коллектив менән етди эш алып барған, уны конкурс-фестивалдәргә әҙерләгән аккомпаниатор Булат Хәбибуллин, “Беҙҙең хәстәрлек” район ирекмәндәр штабы ағзаһы, футбол буйынса беренсе өлкәндәр разряды булған Артем Гончаренко “Дмитриевка” футбол командаһы составында бөтә район турнирҙарында ла ҡатнаша.

“Бөтә өмөт – йәштәрҙә” тигәндәй, күкрәк көсө менән эшләп тапҡан хәләл аҡсаһына үҙ донъяһын ҡорған, тормош ауырлығынан ҡурҡмаған илһөйәр һәм эшһөйәр, алсаҡ йөҙө һәм мөләйемлелеге менән кәйефте күтәреүсе тәүфиҡлы, тәүәккәл йәштәребеҙҙең беҙҙең арала булғанына тағы бер ҡат инанаһың. Тимәк, йәмғиәтебеҙҙең яҡты һәм имен киләсәгенә ҙур ышаныс менән ҡарарға була тигән өмөт тә күңел түренән ныҡлы урын ала

Бөтә өмөт – йәштәрҙә
Бөтә өмөт – йәштәрҙә
Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас в