Йәйғор
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
29 Ноябрь 2021, 16:59

“Сәйәхәт итеү - үҙе бер донъя”,- ти Олег Чегодаев

Ғәжәйеп кеше, сәйәхәтсе һәм фотограф Олег Чегодаев Өфө районының Рус Юрмашы мәктәбе уҡыусылары менән осрашты.

“Сәйәхәт итеү - үҙе бер донъя”,- ти Олег Чегодаев
“Сәйәхәт итеү - үҙе бер донъя”,- ти Олег Чегодаев

Ғәжәйеп кеше, сәйәхәтсе һәм фотограф Олег Чегодаев Өфө районының Рус Юрмашы мәктәбе уҡыусылары менән осрашты.

109 көн дауам иткән экспедицияла ул бер үҙе йәйәүләп 3186 саҡрым юл үтеп, 73654 бейеклектә урынлашҡан Урал тауҙарына күтәрелгән. Ошо матур төбәктең гүзәллеген һүрәтләгән сәйәхәтсе һәр башҡорттоң ғорурлығы булған Урал тауҙарына сәйәхәте тураһында күп мәғлүмәт бирҙе, тирә-яҡтағы ҡая таштарға, иҫ китмәле матур һәм төрлө ағастар галереяһына, йылдан-йыл матурайған ауылдарҙа йәшәгән ҡунаҡсыл халыҡҡа һоҡланыуын да йәшермәне,  уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға ла яуап бирҙе ул.

-Психологтар фекеренсә, сәйәхәт итеү бик файҙалы. Тәбиғәткә сығып китһәм, ундағы тереклектән үҙемә көс алам, тынысланам, төрлө борсоған уйҙарымды бер тәртипкә һалам. Гүзәл тәбиғәт ҡосағында булыу, төрлө яңы ерҙәр күреү, саф һауа һулау, йәйәү йөрөү күңелемдә ыңғай һәм шатлыҡлы хистәр уята,  организмды сыныҡтыра һәм нығыта. Тәбиғәт шарттарында оҙайлы йәшәү төрлө ҡыйынлыҡтарҙы еңеп сығырға ла көс бирә, - тип һөйләне мәктәпкә саҡырылған ҡунаҡ.

Тыуған яҡты өйрәнеүгә, тикшеренеү эштәренә, тәбиғәт ҡомартҡылары буйлап походтарға йөрөүгә ҙур иғтибар биргән Рус Юрмашы мәктәбе уҡыусыларының райондың ғына түгел, республиканың да төрлө иҫтәлекле урындарына ойошторолған сәйәхәттәренең иҫәбе-һаны юҡ. Унда улар тыуған яғыбыҙҙың һәм республикабыҙҙың тарихын, мәҙәниәтен өйрәнә, тәбиғәт үҙенсәлектәре менән таныша. Шуға ла осрашыу мәлендә тәбиғәткә ғашиҡ уҡыусыларҙың шундай үҙенсәлекле кеше булған Олег Евгеньевич Чегодаев менән һөйләшер хәбәре лә, уртаҡлашыр тәьҫораттары ла күп булды.

“Сәйәхәт итеү - үҙе бер донъя”,- ти Олег Чегодаев
“Сәйәхәт итеү - үҙе бер донъя”,- ти Олег Чегодаев
Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: