Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
10 Март 2022, 10:13

Матурлыҡ һәм оҫталыҡ еңде

Ҡарамалы ауылы мәҙәниәт йорто мөҙире Нәзирә Шәрәфетдинова «Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе» VI Бөтә Рәсәй конкурсында «Оҫта ҡатын-ҡыҙ» номинацияһында еңеү яуланы.

Матурлыҡ һәм оҫталыҡ еңде
Матурлыҡ һәм оҫталыҡ еңде

Проекттың инициаторы - «Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте» төбәк ойошмаһы рәйесе, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Гөлнур Ҡолһарина.

Быйыл бәйгелә республиканың төрлө райондарынан, ҡалаларынан, Рәсәй төбәктәренән, БДБ илдәренән 500-ҙән ашыу конкурсант ҡатнашты. Иң талантлы йөҙҙән ашыу ҡатын-ҡыҙ финалға сыҡты. Улар араһында – Нәзирә Шәрәфетдинова ла бар.Ул конкурсҡа үҙе теккән башҡорт милли костюмын һәм биҙәүестәрен тәҡдим итте.  Яҡташыбыҙҙың эштәрен жюри ағҙалары юғары баһаланы - ул «Оҫта ҡатын-ҡыҙ» номинацияһында еңеү яуланы. Нәзирәгә диплом, кубок, урыҫ-башҡорт һүҙлеге, иҫтәлекле һәм татлы приздар тапшырылды. Бүләкләү тантанаһы 2 мартта «Торатау» конгресс-холында үтте.

Нәзирә Шәрәфетдинова егерме йылдан ашыу ауыл мәҙәниәт усағын етәкләй, коллегалары менән бергә ауылдаштарының лайыҡлы ялын ойоштора - ҡыҙыҡлы саралар үткәрә, яңы таланттар аса, уларҙы үҫтерә. Нәзирә – талантлы йырсы ла, төрлө конкурстарҙа уңышлы сығыш яһай. Күп йылдар «Хәтирә» башҡорт халыҡ фольклор коллективын етәкләй. Ансамблдең репертуарында - милли йолалар, улар, башлыса, театрлаштырылған тамаша итеп үткәрелә. Бынан тыш Нәзирә ҡул эше түңәрәген дә алып бара. Бында ҡатын-ҡыҙҙар биҙәүестәр эшләй, милли костюмдар тергеҙә, башҡорт мәҙәниәтен һаҡлауға һәм үҫтереүгә ҙур өлөш индерә.

Талантлы кеше бөтә яҡлап та талантлы, тигән һүҙҙәр нәҡ Нәзирәгә атап әйтелгән кеүек. Ул – оҫта тегенсе лә. Тегеү менән бала сағынан мауыға. Был һәләте уға көнкүрештә лә, эшендә лә бик ярҙам итә. Ҡатан-ҡыҙ ҡайҙа ғына эшләһә лә, тегә белергә тейеш, ти Нәзирә.

- Абруйлы конкурста еңеү яуларға миңә мауығыуҙарым ярҙам итте, - ти Нәзирә Фәррәх ҡыҙы. - Коллегаларыма рәхмәтлемен, беҙ һәр ваҡыт бер-беребеҙгә бөтә яҡлап ярҙам итеп эшләйбеҙ.

Тынғыһыҙ йәнле Нәзирәнең алға пландары бик күп. Яҡташыбыҙҙың уйлаған эштәре бойомға ашһын, ә тормош уға бары тик сағыу сюрприздар ғына килтерһен.

Автор:Сирина Фәррәхова, Иглин районы
Читайте нас: