Йәйғор
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
11 Март 2022, 09:31

Лиана Рәхимованы күптәр Иҫке Күл мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе булараҡ белә

Заман менән бергә атлай ул: башҡорт халҡының милли кейемдәре менән ҡыҙыҡһына.

Лиана Рәхимованы күптәр Иҫке Күл мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе булараҡ белә
Лиана Рәхимованы күптәр Иҫке Күл мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе булараҡ белә

Рәсәй Президенты В.В. Путин 2022 йылды Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылы тип иғлан итте. Был ҡарар илебеҙҙең күп  милләтле булыуын иҫәпкә алып, милли йолаларҙы, ғөрөф – ғәҙәттәрҙе, мәҙәниәтте, этнографияға ҡағылышлы ҡаҙаныштарҙы һаҡлап ҡалыу һәм артабан үҫтереү маҡсатынан сығып ҡабул ителде.

Рәхимова Лиана Рәшит ҡыҙын күптәр Иҫке Күл мәҙәниәт йортоноң художество етәксеһе булараҡ белә. Үҙ эшен еренә еткереп, оҫта алып барған мәҙәниәт хеҙмәткәренән һанала ул. Төрлө күләмле сараларға ауыл халҡының йәшен дә, ҡартын да оҫта йәлеп итә Лиана Рәшит ҡыҙы. Уларҙы дәртләндерә, һәләттәрен аса, күңелдәрен үҫтерә.

Заман менән бергә атлай ул: башҡорт халҡының милли кейемдәре менән ҡыҙыҡһына. Өлгө булырҙай, милләтебеҙҙең күңел байлығы сағылған сигеү – нағыштарҙы, мәрйендән селтәрләп эшләнгән биҙәүестәрҙе өйрәнә. Тәүге уңыштары ла бар. Киләсәктә ул был эшкә күберәк ваҡыт бүлергә уйлай. Мәҙәни мираҫ булып ҡалған кейемдәребеҙҙе тергеҙеүҙе, һаҡлауҙы һәм, популярлаштырып, уларҙы үҙе ойошторған сараларҙа ҡулланыуҙы төп бурыстарының береһе, тип һанай.

Автор:Ринат Биктимиров, Нуриман районы.
Читайте нас: