Йәйғор
+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
15 Март 2022, 12:11

Ҡорҙоң маҡсаты изге, эше йәнле

Тарихи яулыҡтар, милли кейемдәр, биҙәүестәр күргәҙмәһе саҡырылған ҡунаҡтарҙың һәм уҡыусыларҙың күңеленә хуш килде, уларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.

Ҡорҙоң маҡсаты изге, эше йәнле
Ҡорҙоң маҡсаты изге, эше йәнле

Беҙҙең Ағинәйҙәр ҡороноң эш башлауына өсөнсө йыл китте. Үҙ  - ара аралашыу, ваҡытыбыҙҙы файҙалы итеп үткәреү өсөн был хәрәкәткә ҡушылыуыбыҙға шатланып бөтә алмайбыҙ.

Аҙнаның һәр шаршамбыһы беҙҙең өсөн ҙур байрамға әүерелә. Ҡор ултырышында халҡыбыҙҙың ғөрөф – ғәҙәттәрен, йолаларын, йырҙарын өйрәнәбеҙ. Ҡул эштәре менән шөғөлләнәбеҙ. Әлбиттә, маҡсаттарыбыҙҙың иң мөһиме – үҫеп килгән быуын менән эш алып барыу. Тыуған телебеҙҙең бәҫен күтәреү, йолаларыбыҙҙы өйрәтеү, ислам тәғлимәттәрен аңлатыу кеүек эштәр даими рәүештә алып барыла.

Бөтә донъя Яулыҡ байрамына арнап үткәрелгән сарабыҙ ҙа ошо маҡсаттан сығып ойошторолдо. Тарихи яулыҡтар, милли кейемдәр, биҙәүестәр күргәҙмәһе саҡырылған ҡунаҡтарҙың һәм уҡыусыларҙың күңеленә хуш килде, уларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Сара барышында никахлашыу йолаһын күрһәттек. Халҡыбыҙҙа баш кейеме йөрөтөү мәҙәниәте менән таныштырҙыҡ. Һижәб кейеү буйынса оҫталыҡ дәресе бирҙек.

Фекерҙәр менән аралашыу ҙа бик йәнле үтте. Йыр, мәҡәл, йомаҡ кеүек ауыҙ – тел ижады ҡомартҡыларына ла ҙур урын бирелде. Форсаттан файҙаланып, үҙ телебеҙҙә сыҡҡан “Йәйғор” гәзите, унда баҫылған мәҡәләләр менән дә таныштырҙыҡ. Үҙебеҙҙең милли ризыҡтарыбыҙ менән сәй табыны ла ҡороп ебәрҙек

Урындағы ауыл Советына, мәктәп директорына, башҡорт теле уҡытыусыларына, дин әһелдәренә, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә күрһәткән ярҙамдары өсөн ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.

Ҡорҙоң маҡсаты изге, эше йәнле
Ҡорҙоң маҡсаты изге, эше йәнле
Автор:Зөһрә Аҡдәүләтова, Нуриман районы Павловка ауылындағы Ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе.
Читайте нас: