Йәйғор
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яҡташтар
18 Март 2022, 14:15

Утты-һыуҙарҙы кисеп...

Красный Восход ауылында ғүмер итеүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Рәйфә Насирова 100 йәшлек юбилейын билдәләне.

Утты-һыуҙарҙы кисеп...
Утты-һыуҙарҙы кисеп...

Красный Восход ауылында ғүмер итеүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Рәйфә Насирова 100 йәшлек юбилейын билдәләне.
Рәйфә Ғәбдрәүеф ҡыҙы Насирова Сталинградты обороналауҙа ҡатнаша, ул Ватан һуғышы ордены һәм башҡа бик күп хөкүмәт наградалары кавалеры.
Юбилярҙы ҡотларға район хакимиәте башлығы Гүзәл Насирова, Красный Восход ауыл биләмәһе ауыл советы башлығы Сергей Косматков, яҡындары, ауылдаштары килде. Юбилярға Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Ҡотлау хаты, истәлекле бүләктәр тапшырылды.
Йөз йәшлек Рәйфә апай хәтеренә зарланмай, барыһын да иҫләй. Килгән ҡунаҡтарға ул ғүмер юлында кисергән ваҡиғаларын һөйләне лә һөйләне.
Уға ғәрәп графикаһын да, латиницаны ла өйрәнергә тура килә. Теүәл фәндәрҙе яҡшы белгән Рәйфә Ғәбдрәүеф ҡыҙы 17 йәшендә үк мәктәптә математика уҡыта башлай. Уның тәүге отпускыһы 1941 йылға тура килә.
- Мәктәп директоры фронтҡа алынғас, мине директор итеп тәғәйенләнеләр, - тип хәтерләй ветеран. -1942 йылдың апрелендә үҙемә лә повестка килде. Хәрби комиссия үткәндән һуң, Өфөгә ебәрҙеләр. Унан тауар эшелондарына тейәлеп фронтҡа юлландыҡ. Һуғышҡа Сталинград ҡалаһында индек.
Сталинградты фашистарҙан азат иткәндә Рәйфә хеҙмәт иткән батареяға бомба төшә, ә ул үҙе ауыр йәрәхәттәр ала. Оҙаҡ дауалағандан һуң Рәйфә Насирова 679-сы зенитка артиллерия полкына эләгә һәм һуғыш бөткәнсе шунда ҡала.
Артабан яу юлы менән ул Украинаға тиклем барып етә. Бөйөк Еңеү яҙын кесе сержант званиеһында отделение командиры булып Одесса ҡалаһында ҡаршы ала. Рәйфә Ғәбдрәүеф ҡыҙы 1945 йылдың авгусында демобилизациялана.
Һуғыштан һуң Рәйфә Насирова уҡытыусы хеҙмәтен дауам итә, Ауырғазы районы мәғариф бүлегендә инспектор булып эшләй. Тормош иптәше, шулай уҡ фронтовик, уҡытыусы Зариф Ғиләж улы менән тормош ҡоралар, алты балаға ғүмер бирәләр. Бер быуат эсендә Рәйфә Ғәбдрәүеф ҡыҙы тормоштоң әсеһен дә сөсөһөн дә татый. Бөгөн иһә ул үҙ нәҫел-тамырының 38 балаһына ҡыуанып, бәхетле ҡартлыҡта йәшәй.

Автор:Сирина Фәррәхова, Иглин районы.
Читайте нас: